Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Бөйөк Еңеүгә 70 йыл

ofitsialnaya_emblema_prazdnovaniya_70-y_godovschinyi_pobedyi

Илдә Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулған осорҙа халыҡ ҡаһармандары, яу яландарында башын һалған һалдаттар, тыл хеҙмәткәрҙәре хәтергә йышыраҡ төшә, күңелдәргә һағыш өҫтәй. Һуғыш үтте, һулышы ҡалды һәм ул ауыр яра булып халыҡ күңелендә мәңге йәшәй.
Башҡорт дәүләт академия драма театры Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе, фронт бригадаларының сығыштыры һалдаттарҙы Еңеүгә дәртләндерҙе. Ижади колллектив бөтә ил халҡы кеүек «Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн! » тигән девиз менән йәшәне.
Яуҙан ҡайтмаған театр хеҙмәткәрҙәренең исемдәре бөгөн мәрмәр ташҡа уйылған.
Һуғыш ғәрәсәте һәр ғаиләгә ҡағыла һәм халҡыбыҙ барыһы бер булып һаҡлай үҙ Ватанын. Бөгөн театрҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең барыһының да тиерлек йә атаһы, йә олатаһы, йә яҡын туғаны яуҙа ҡатнашҡан. Һәм бөгөн беҙ артистарҙың, театр хеҙмәткәрҙәренең яу юлдарын үткән яҡындары хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашабыҙ.

 

Театрҙың художество етәксеһе
Олег Ханов - атаһы Ханов Закирйән Хан улы хаҡында:
отец_ОЗ_Ханова_

- Минең атайым Ҡотломөхәмәтов Закирйән Салауат районының Лағыр ауылынан, мәктәп йылдарында уҡ, класс журналының графаһына һыймағанға күрә, оҙон фамилияһын ҡыҫҡартып, Ханов булып китә. Уның өсөн һуғыш йылдары Көнсығыш фронтта башлана. Атайым 1938 йылда армияға алына. Ә һуғыш башланғас, резерв ғәскәрҙә була. 1945 йылдың 6 авгусында Япония менән һуғыш тоҡанып китә. Совет ҡораллы ғәсҡәрҙәре ( атайым да шул составта) Ҡытайҙа, Төнъяҡ Кореяла һуғыш хәрәкәтен башлай. Атайым яраланып госпиталдә дауалана. Хеҙмәтен санитар булып тамамлай.
Һуғыштан ҡайтҡас Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә, әммә тамамлай алмай, сөнки ғаиләне туйындырыу уның иңенә төшә. Бер мәл ауылға Ҡыйғы театры килә, театрға актер кәрәклеге асыҡлана. Атайым шиғыр һөйләй, бейей, башҡа һөнәрҙәрен күрһәтә, һәм, алалар уны! Ул саҡта атайым инде 30 - ға яҡынлаған була.
1951 йылда Ҡыйғы театрын тараталар, ә артистарын республиканың башҡа театрҙарына бүләләр. Атайым Баймаҡ колхоз- совхоз сиҙәм театрына билдәләнә. 1957 йылдан Сибай Башҡорт дәүләт драма театрында хеҙмәт итә, бик күп ролдәр башҡара - «Мәкер һәм мөхәббәт» (Ф. Шиллер), «Тартюф» (Ж.Мольер), «Йәш гвардия» (А.Фадеев), «Һаҡмар» (С.Мифтахов), «Ул ҡайтты» (Ә.Атнабаев) һәм башҡа бик күп спектаклдәрҙәге әһәмиәтле ролдәрен атарға мөмкин. Атайым Башҡортостандың халыҡ артисы (1978 й.), 1990 йылда вафат булды.

 

 

 

Реклама һәм маркетинг бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы
Регина Ғәниева - олатаһы Ғәниев Әхиәр Миңлеяҙ улы хаҡында:

image(3) - Минең олатайым бик матур көндә- 1914 йылдың 23 февралендә тыуған. Был көн бөгөн – Ватанды һаҡлаусылар көнө булараҡ билдәләнә. 25 йәшендә уны, сығышы менән Баҡалы районы кешеһен, Кавказ аръяғы округы Ленинакан ҡалаһына хеҙмәткә саҡыралар. 4,5 йыл хеҙмәт иткәс һуғыш башлана. Уның яу юлдары донъяның һәм илебеҙҙең иң алыҫ төбәктәре буйлап утә: Ирандан алып Феодосияға, Керчь, Одесса, Севастополь аша Тифлискә ҡәҙәр. Уң ҡулы ҡаты яралана, контузия ала. Пленға төшөп, Освенцим тотҡондары араһына эләгә. 1946 йылда плендан азат ителә, тыныс тормошҡа - инде олоғайған ата-әсәһе янына ҡайтып, ғаилә ҡора.
Ҡалған ғүмерен олатайым бәхетле йәшәне. Биш бала уҫтерҙе, бына тигән ғаилә башлығы ине ул. Һәр яҙ һайын Бөйөк Еңеү көндө байрамдың уртаһында булды. Һуғыш ветеранын - олатайымды һәр ваҡыт төрлө осрашыуҙарға, тантаналарға саҡырҙылар, командир сәғәте, төрлө бүләктәр тапшырып, хөрмәт күрһәттеләр. Ул бәхетле , ҡыҙыҡлы, мәғәнәле тормош кисерҙе һәм, яҡындарының ҡәҙер – хөрмәтендә 82 йәшкә ҡәҙәр ғүмер итеп, донъя ҡуйҙы.

 

 

 

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева
олатаһы -Мөхәмәтов Фадил Мөхәмәт улы хаҡында:

Буранбаевой_Сары_отец_

 

Мөхәмәтов Ф.М. 1911 йылда Учалы районының Ураҙ ауылында тыуған. Ошо ауылда «Ҡыҙыл маяҡ» колхозының тәүге трактористарының береһе була. Шуға ла уны, һуғыштың башында, фронтҡа ебәрмәй, бронь менән ҡалдыралар. Олатайым фин һуғышында ла ҡатнаша, унан иҫән – һау әйләнеп ҡайта. Ауылдаштары иҫләүенсә, бик матур итеп, өҙҙөрөп, скрипкала ла уйнар булған.
Һуғышҡа 1942 йылдың яҙында үҙе йөрөгән НАТИ тракторы менән бергә алына ул. Ауылдаштарының теләге буйынса, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыр өсөн, яу юлына ҡуҙғалырҙан элек, ҡапҡа алдында өс тапҡыр әйләнеп сыға Фадил. Ләкин тыуған яҡтарына кире ҡайтырға насип булмай уға. 1943 йылдың 11 июлендә Орлов өлкәһе Янская Слобода ауылы эргәһендә һәләк була һәм шунда ерләнә. 32 генә йәшендә һуғыш яланында ятып ҡала.
Фадил Мөхәмәт улы тракторы менән һуғыш ҡоралдары ташый. Уның һәләк булыуын ошо уҡ райондың (Учалы) Рафиҡ ауылынан бер яугир үҙ күҙҙәре менән күрә. Тракторына мина снаряды тейә. Яҡташы Фадил Мөхәмәт улын ауыл эргәһендәге ике ағас араһына ерләп китә.

 

 

 

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Суфия Ҡорбанғәлиева
атаһы - Шәрәфулла Ҡорбанғәлиев тураһында

Фото_отца_Курбангалеевой_С_Һуғыш 1945 йылда тамамлана, ә атайым фронттан 1946 йылдың октябрь айында ғына ҡайта. Көткән кешеһен әсәйем әллә ҡайҙан уҡ танып ҡала, осрашыу минуттарының онотолғоһоҙ ваҡиғаға әйләнеүен беҙҙең ҙур ғаиләлә үҫкән (8 кеше) ағай – апайҙарым йыш һөйләй торғайны.
Ә мин атайым фронттан ҡайтҡас тыуғанмын. Ул ерҙә ныҡ баҫып торған, үҙ фекере булған, абруйлы кеше ине. Һуғышҡа тиклем Белорет райкомының беренсе секретары булып эшләй. Уның ғаиләһе Белоретта саҡта һуғыш башлана. Атайымды һуғышҡа оҙатҡанда әсәйем - Ишембай ҡыҙы, үҙен тыуған яҡтарына илтеп ҡуйыуҙы үтенә. Шул рәүешле Ишембай яғы беҙҙең тыуған яғыбыҙ булып киткән.
Бер мәл әсәйем Стәрлетамаҡҡа, һуғышҡа китер алдынан хәрби әҙерлек үтеп йөрөгән атайым янына бара. Ә унда халыҡтың күплеге! Был мәхшәрҙә ирен күрергә өмөтөн өҙөп, хушлашып та ҡала алмайым инде, тип илап торған сағында, күҙенә шул тиклем таныш бер баштың соңҡаһы ғына «ялт» итеп сағылып ҡала (беҙҙең атайҙың башын бер кемдеке менән бутарлыҡ түгел ине) һәм әсәйем бар көсөнә «Шәрәф!» тип ҡысҡырып ебәрә.
Атайым фронтан һуңлап ҡайта, сөнки Прагала тотҡарлана, был ҡалала атайым комендант булып эшләй. Күпме хәтерләйем, атайым һәр ваҡыт дөрөҫлөк яҡлы булды. Сталинградты алғандарын әллә күпме һөйләр ине. Бер мәл, азат ителгән ҡала буйлап йөрөгәндә, урамдың икенсе яғынан кемдеңдер үҙенең исемен ҡысҡырғанын ишетә, әйләнеп ҡараһа, ауылдашы, Советтар Союзы геройы Ғәли Бирҙинды күреп ҡала. Бына был осрашыу! Ирҙәрсә ҡосаҡлашыуҙар, хәл -әхүәл һорашыуҙар, тыуғал яҡтарҙы иҫләү ...
Атайым донъя ҡуйғанда миңә 17- се йәш киткәйне. Ҡарт та түгел ине ул– 65- се генә йәшендә ине. Әммә ауыр контузиялары, күп һанлы яралары тынғы бирмәне уға. . Ул бит малай ғына сағында уҡ 1914 йылғы һуғышты күрә. Бер ваҡыт уға аттарҙы ҡарау эшен ҡушлар... Унан илдә революция, ғүмеренең уртаһында тағы бер һынау – Бөйөк Ватан һуғышы.
Атайым, бай, ҡатмарлы һәм лайыҡлы тормош юлы үткән үҙаман, Ишембай районының Байғужа ауылында ерләнгән.

Фото_отца_Курбангалеевой_С_1

 

Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров
атаһы - Ғүмәров Ибраһим Исмәғил улы хаҡында:
Гумеров3_Атайым һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа алына. Фашистар менән алышҡа ул колхозда үҙе йөрөткән полуторкаһы (һуғышҡа тиклемге бик популяр машина) менән китә. Ленинград һәм Волхов фронттарында һуғыша. Ладога күле аша һалынған бар донъяға билдәле «Йәшәү юлы»һыҙ («Дорога жизни») Ленинград блокадаһы тарихын күҙ алдына ла килтереп булмай. Ошо юл аша йөрөгән полуторка машиналар водителдәре араһында Ибраһим Ғүмәров та була. «Йәшәү юлы» 1941 йылдың 12 сентябренән 1943 йылдың мартына тиклем блокадалағы Ленинградты ил менән бәйләп тора. Водителдәрҙең эше был юлда үлемесле рәүештә ҡурҡыныс була: фараларҙы ҡабыҙмаҫҡа, Ладога күленең боҙо бик йоҡа, немец артиллерияһы һәм авиацияһының бер туҡтауһыҙ бомбаға тотоуы... Шулай ҙа, Ленинградҡа «Йәшәү юлы» аша ташылған йөктөң дөйөм күләме блокада осоронда 1 млн 615 меңдән ашып китә, шул уҡ ваҡытта, ҡаланан 1 млн 376 мең кеше эвакуациялана.
Минең атайым Бөйөк Ватан һуғышында яу юлдарын һәм Фин һуғышын үтеп, 1945 йылдың сентябре башында тыуған яғына әйләнеп ҡайта. «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены, «1941-45 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы, юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән. «Ленинградты обороналағаны өсөн» миҙалы уны һуғыштан һуң килеп тапты.
Атайым 1994 йылдың 17 авгусында 84 йәшендә донъя ҡуйҙы.. Һуғыш әфатен үткән бик күп яугирҙар кеүек яу юлдарын иҫкә алырға яратманы, әммә ғүмере буйы Ленинград балаларының күҙҙәрен онота алманы ул.

Гумеров_Ибрагим_

 

 

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары: атаһы Солтанов Барый Гәрәй улы
һәм әсәһе Усманова Рәхилә Муллаәхмәт ҡыҙы хаҡында
театрҙың реклама һәм маркетинг бүлеге рәссамы
Ғәзизова Рита Барый ҡыҙы :

ГазизоваАтайым 1939 йылда армия сафына алына. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, разведка мәктәбендә уҡый. Армиянан ҡайтҡас, әсәйем менән өйләнешергә һүҙ ҡуйышалар, атайым хатта бүләктәр ҙә алып бөтә, тик ул ҡайта алмай. 1940 йылда Фин һуғышында ҡатнаша, ә 1941 йылда Германияға оҙатыла.
Атайым 1941 йылдан 1946 йылға саҡлы Германияла разведчик була. Бында ниндәй генә шарттарҙа ниндәй генә эштәр башҡармай ул, концлагерҙарҙа ла булырға, Польша еренә лә сығырға тура килә уға. Айырым - айырым, еңелсә эпизодттарҙан тыш, атайым был хаҡта беҙгә һөйләмәне. Уға шулай ҡушылған, һәм, атайым - разведчик, һуғыш тамамланһа ла, антына тоғро ҡалды.
1941 йылдың 11 ноябрендә әсәһенә (оләсәйемә) «улың хәбәрһеҙ юғалды» тигән повестка килә, Был ҡот осҡос хәбәрҙән әсәһе ни эшләргә лә белмәй, хатта уға улы өсөн пенсия килтерә башлайҙар, һәм... бер көн 1946 йылда атайым иҫән- һау, теп-тере килеш ҡайтып төшә. Атайымдың исеме Хәтер китабындағы хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә лә уйылып ҡалған. Быны ул үҙе лә күреп көрһөндө...
Атайым һуғышта ҡаты яраланған, контузия алған. Арҡаһында зәп - зәңгәр булып мина ярсыҡтарының урындары ла торҙо. Пленда ла булған. Ҡайсаҡ, форсаты сығып, күңеле тулышып киткәндә, яу юлдары ваҡиғаларын ярым-шаярып әҙ-мәҙ һөйләп алыр ине.. Иң мөһиме, атайым йәшәүгә өмөтөн өҙмәгән. Көслө ихтыярлы, һүҙенә тоғро кеше булды ул .
1946 йылда, һуғыштан әйләнеп ҡайтҡас, Бөрө педагогия институтының тарих факультетын тамамлай һәм ғүмере буйы мәктәптә балалар уҡыта, йәш быуынды тәрбиәләй. Атайым асылы менән ижад кешеһе булды, рәссам ине ул, хикәйәләр яҙҙы, яҙғандары газета- журналдарҙа баҫылды. Ул өйҙә һирәк була торғайны, көндәр буйы мәктәптә... Балалар менән ултыртҡан ағастарының иҫәбе - һаны юҡ. Улар бөгөн дә ерҙе йәмләп, шаулап үҫә.
Атайымды уҡыусылары, ауылдаштары бик хөрмәт итте. Килеп хәлдәрен белешеп, кәңәш алып китәләр ине. Балаларында ла ижадҡа һөйөү, тәбиғәткә ихтирам тәрбиәләне ул. Борай районының Ваныш ауылында ғүмер итеп, 6 бала тәрбиәләп үҫтерҙе. 77 йәшендә донъя ҡуйҙы.

***
Һуғышҡа тиклем ауылда өлкәндәрҙе (аң - белемен күтәреү йәһәтенән) уҡытыу булған. Әсәйем менән атайым икеһе лә ошо мәктәптә уҡыта. Шунда танышалар.
Һуғышҡа саҡлы әсәйем Усманова Рәхилә Муллаәхмәт ҡыҙы Бөрө медицина техникумын тамамлай. Дүртөйлө районы Мәскәү ауылына эшкә ебәрелә. Һуғыш башланғас, Дүртөйлө район военкоматына үҙ теләге менән һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап, мөрәжәғәт итә. Шулай итеп, әсәйем, ул саҡта 18 йәшлек кенә ҡыҙ, күп тә үтмәй һуғышҡа алына. Смоленск өлкәһендә хәрби әҙерлек үткәндән һуң Иркутск өлкәһенә, унан Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә. Госпиталдә хеҙмәт иткәндә Смоленск фронтында һуғышҡан яралыларҙы поезд менән ташыуҙа ҡатнша, күптәрен ут эсенән алып сыға. 1945 йылдың сентябрендә әсәйемде Монголияға ебәрәләр. 1946 йылға ҡәҙәр ул Ҡытайҙа, Манчжурияла хеҙмәт итә.Ҡытайҙа чума сирен дауалай, бик күп ҡан бирә. «Чума һуғыштан да ҡурҡынысыраҡ», - тип һөйләр ине. Әсәйем ҡытайса шартлатып һөйләшә ине ул. Һуғыштан һуң (бигерәк тә Ҡытай менән һалҡын һуғыш осоронда) өйгә ҡытай телендә журнал яҙҙырып уҡығас, был хәл менән хатта урындағы военкомат ҡыҙыҡһына башлай...
Әсәйем һуғыштан 1946 йылдың декабрендә ҡайта һәм ҡайтаҡан көндө үк улар атайым менән өйләнешәләр. Һуғыштан һуң да фельдшер - акушер булып эшләне ул. Бик абруйлы, көслө ихтыярлы ине. Был донъяға күпме сабый ҡабул иткән ул, элек бит баҫыуҙа ла тапҡан әсәләр... Беҙгә, балаларына, атайым менән әсәйем өсөн тыныс тормошта ла һуғыш дауам итә төҫлө ине. Улар илгә намыҫлы хеҙмәт иткән, ихтирамлы, һоҡланғыс һәм мөхәббәтле пар булды. Әсәйем, бик бәхетле ғүмер итеп, 83 йәштә донъя ҡуйҙы.

 

Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Алмас Әмиров иҫтәлектәренән:
- Ағалары - Шәймәрҙән, Шайкамал, Мәргәнде һуғыштың тәүге аҙналарында уҡ өсөһөн бер юлы, бер көндә фронтҡа оҙатҡанда әсәйем Мәрйәм Шәғәли ҡыҙына 10 йәш була. Ағаларының береһе лә Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмай, өсөһө лә хәбәрһеҙ юғалған иҫәпләнә.
Әсәйем яҡындарын ғүмеренең аҙағынаса иҫенән сығарманы, аҙаҡҡы көндәренә саҡлы көттө...

Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы
Гөлнара Әмирова:
Дед Гульнары Амировой1

 

- Минең олатайым Ибраһимов Фазлыәхмәт Миндийәр улы һуғыш башланғанда колхоз рәйесе, ул замандағы ауыл тормошон әүҙем ойоштороусыларҙың береһе, ике балалы атай кеше була. Һуғышҡа 1941 йылда тәүгеләрҙән булып алына. Ленинград өлкәһендә һуғыша, бик ҡаты яраланып оҙаҡ госпиталдә ята, үлемдән саҡ тороп ҡала, Артабан уны, сәләмәтлегенә бәйле, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ, тип табалар һәм олатайым 1943 йылда һуғыштан ҡайтарыла. Олатайым ауыр һуғыш йылдарында ауылда колхоздың бөтә эшен үҙ елкәһендә тартып барырҙай берҙән – бер ир заты була һәм ул бар эште намыҫ менән үтәй.
Һуғыштан һуң уның һигеҙ балаһы тыуа. Минең әсәйем – бишенсе ҡыҙ. Олатайым баҫалҡы, бик түҙемле, аҙ һүҙле, аҡыллы уҙаман ине.

 

 

 

 

 

Атаһы Әғләм Абдулла улы Сафин хаҡында
театрҙың төп эшмәкәрлек буйынса директор урынбаҫары,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Радик Сафин:

Радик_Аглямовича_отецМинең атайым Әғләм Сафин 1915 йылдың 5 апрелендә тыуған. Тымыҡ океан флотында хеҙмәт итеп, армиянан 1940 йылдың көҙөндө әйләнеп ҡайта. 1941 йылдың майында ул яңынан әҙерелек үтә. Күп тә тормай һуғыш башлана һәм атайым беренселәрҙән булып фронтҡа алына. Яу юлын Икенсе Волхов фронтының 54- се армияһында башлай. 1941 йылдың ноябрендә атайым Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙандағы хәрби парадта ҡатнаша һәм уның ғәскәре парадтан туп-тура фронтҡа юллана.
Атайым Ленинград фронтына эләгә. Тәүҙә йөк машинаһы водителе була, унан еңел машинала часть командирын йөрөтә. Блокадалағы ҡаланың « Йәшәү юлын»нан Ленинградҡа йөк ташый. Ҡаты алыштарҙа атайым бер нисә тапҡыр яралана: бер пуля аяғына эләгә, икенсеһе ҡулын яралай. Ул барлығы 4 тапҡыр ауыр яралана. Һуңғыһы Кенигсберҙа (Калининград) була һәм атайым тағы госпиталгә эләгә, ошонда ул Еңеүҙе ҡаршылай.
Әғләм Сафин Ленинградты обороналауҙа ҡатнашыусы булараҡ билдәле. «Хәрби уңыштары өсөн» һәм башҡа бик күп наградалары бар. Ленинградта йылға аша һуғыштарҙа бик ҡаты шартлауҙан үлемесле яра алған бер хәрби офицерҙың ғүмерен һаҡлап ҡала ул. Яранан аҡҡан ҡанды туҡтата алмағас, атайым, пулялар һыҙғырыуы аҫтында йылғаға югереп төшөп, аҡ балсыҡ алып менә...
Атайым һуғыш хаҡында бик күп һөйләй ине: уйһыу ерҙәрҙе тимер торбалар менән нығытырға, немец поездарын шартлатырға, үҙ иңдәрендә ауыр- ауыр тоҡтар ташырға Һәм башҡа т бик күп ауыр эштәр башҡарырға тура килә уға.
Атайым бик фекерле, зиһенле мәҙәниәтле шәхес булды.. Уның менән аралашыу үҙе бер ғүмер ине.: ул ғәрәп телендә иркен уҡый һәм яҙа белгән бик ғилемле кеше булды. һәр ваҡыт дөрөҫлөктө яҡлаусы, тура һүҙле, ҡыйыу булды. Бик оҫта итеп, һоҡланғыс рәүештә гармунда, скрипкала уйнаны, матур йырланы. Өфөнөң Иҫке Өфө һәм Нижегородка биҫтәһе йәштәре атайымды гармунынан, моңло көйҙәренән алыҫтан уҡ таныр булған.
Быйыл беҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләйбеҙ. Тап быйыл атайым Әғләм Абдулла улы Сафинға 100 йәш тулған булыр ине!. .

Радик_Аглямовича_отец_2

Олатаһы Маликов Мөхәмәтша Рәхимйән улы
һәм ҡайныһы Ҡотошов Рамазан Нурғәли улы
хаҡында Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Гүзәл Маликова:

Дед_Г_Маликовой_Маликов_мОлатайым Маликов Мөхәмәтша Рәхимйән улы 1906 йылда тауған, Баймаҡтан һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа китә. 275-се кавалерия полкында хеҙмәт итә, 1942 йылдың декабрендә вафат була. Ростов өлкәһенең Чернышевский районы, Русаково утары янында ерләнгән. Яҡындары похоронка алғандан һуң ғаиләһенә ят телдә яҙылған бер хат килә. Һалдат «өсмөйөшө» - олатайымдың яҡын дуҫы, яуҙашы яҙған был хатты һәм был яҙма - олатайымдың нисек вафат булыуы, һуңғы хушлашыу һүҙҙәрен сер итеп һаҡлаған хат әле лә бар. Өләсәйем Кинйәсолтан уны ғүмере буйы ҡәҙерләп һаҡланы һәм беҙгә - киләһе быуынға ла олатайым хаҡындағы иҫтәлек итеп тапшырҙы. Олатайымдың бик намыҫлы, изгелекле, егәрле кеше булыуы тураһында һәр саҡ иҫенә төшөрә ине ул. Һуғышҡа тиклем Маликов Мөхәмәтша Рәхимйән улы колхозға нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм тәүге рәйесе була. Республика делегацияһы составында Мәскәүҙә партия съезында ла ҡатнаша.
Һәр дәүерҙең үҙ геройҙары. Минең олатайымды ла шундай алдынғы кешеләр рәтенә индерергә мөмкинн.

в

а

а

а

а

Кутушев_РН_Ҡайным Ҡотошов Рамазан Нурғәли улы 1924 йылғы. Совет Армияһы сафына 1942 йылдың авгусында алына. Яуға ул Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советына ҡараған Ҡарайған ауылынан китә. (Ул ваҡыттағы Башҡортостандың Маҡар районы). 1942 йылдың сентябренән 1943 йылдың февраленә тиклем Севастополдә зенит- артиллерия училищеһында әҙерлек үтә. (Һуғыш йылдарында училище Өфөгә эвакуацияланып К.Маркс һәм Революция урамдары киҫелешендәге йортта урынлаша). 1943 йылдың мартында ҡайным Брянск фронтында хәрәкәт иткән 20- се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡарамағына ебәрелә. 1943 йылдың аҙағында дивизияның зенит- артиллерия полкында хеҙмәт итә. Ошонда ул утлы взвод командирынан алып идара итеү взводы һәм зенит – пулемет ротаһы командирынаса үрләй. Брянск, Белоруссия, 1- се Белоруссия фронты ғәскәрҙәре составтарында данлы һуғыш юлын үтә, Орлов-Курск дуғаһынан башлап Берлинғаса барып етә. Өс тапҡыр яралана, ике бик ауыр контузия ала. Һуғыш тамамланғанда ул 21 йәшлек, әммә бик күпте күреп өлгөргән егет була. “Ҡыҙыл йондоҙ», «II дәрәжәләге Ватан һуғышы», Советтар Союзының бик күп миҙалдары (иҫәбе - 20- гә яҡын) менән бүләкләнгән, улар араһында: «Германияны еңгән өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн» һәм башҡалар бар.
1947 йылдың апрелендә Р.Н.Ҡотошов Совет Армияһынан демобилизациялана. Тыныс тормошта Рамазан Ҡотошов БАССР Юғары Советы Президиумы аппаратында консультант – тәржемәсе вазифаһын башҡара. «Совет Башҡортостаны», «Кызыл таң» газеталарында эшләй. Рамазан Нурғәли улы педагог, философия фәндәре кандидаты, 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ул Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Әлеге көндә Рамазан Ҡотошов ижади эш менән мәшғүл, мемуарҙар хәрби темаға романдар яҙа. Ете китап авторы, радио, телевидениела, матбуғат баҫмаларында сығыш яһай.

Маликов_Г_и_ Кутушев_РН_и_внукома

а

а

Олатаһы Исмәғилев Ҡылысбай Айытбай улы хаҡында
театрҙың пресс – секретаре
Зилә Баймырҙина:

Исмагилов_К_А_(Баймурзиной_З_дед)Минең олатайым 1924 йылдың 20 декабрендә Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында тыуған. Игеҙ һыңары Ҡулсыбай менән бик йәшләй, 17 генә йәштәрендә һуғышҡа китәләр. Олатайым Һуғыштың башынан аҙағынаса ҡатнаша, бер нисә тапҡыр яралана. 1944 йылда ҡот осҡс яуҙа игеҙәк туғаны Ҡулсыбай уның күҙ алдында батыҙарса һәләк була. Был хәл олатайым өсөн бик ауыр ваҡиға була, игеҙәктәр араһында күҙгә күренмәгән бәйләнештәр барлығын, туғанлыҡ хистәренең икеләтә көслө булыуын беҙ беләбеҙ.
Олатайым Белоруссия фронтында, Курск дуғаһында һуғыша, Кенигсберҙы алыуҙа ҡатнаша. Бөйөк Еңеүҙе Германияла ҡаршылай. Тағы ике йыл - 1947 йылға саҡлы хәрби хеҙмәтен дауам итә. «Ҡыҙыл йондоҙ», « Хеҙмәт даны» ордендары, һуғышта «Ҡаһарманлығы өсөн», «Кенигсберҙы алған өсөн», «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» һәм башҡа бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән.
Һуғыштан һуң олатайым Салауат ҡалаһының эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итте. Хаҡлы ялда сағында ла тәртип һаҡлау буйынса төрлө рейдтарҙа ҡатнашты. « Салауат ҡалаһының Почетлы гражданины» тигән маҡтаулы исемде ғорур йөрөттө. Олатайым - һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, абруйлы белгес беҙҙең өсөн бик ихтирамлы һәм ҡәҙерле кеше булды. Ул 2005 йылдың 17 февралендә донъя ҡуйҙы.

а

а

а

ОлатаҺы -
Хисмәтуллин Әхәт Латип улы хаҡында
театрҙың музей мөдире
Азалия Балғазина:
Хисматуллин Ахат Латыпович1Олатайым Хисмәтуллин Әхәт Латип улы 1923 йылдың 13 сентябрендә Матрай (хәҙерге Йылайыр) районының Сәлим ауылында тыуған, күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә үҫә. 10 йәшендә әсәһе вафат булып, үгәй әсә ҡарамағына ҡала.
Бөйөк Ватан Һуғышы башланғанда олатайыма 19 йәш була. Ошо йәшенән уның фронт биографияһы башлана. 1942 йылдың авгусында Воронеж фронтының 206-сы уҡсылар дивизияһының 737-се полкы уҡсылар ротаһында һуғыша. 1944 йылдың мартынан пулеметсы, 2-се Украина фронтының 169-сы уҡсылар батальоны радиотелефонсыһы була. Молдавияны, Украинаны, Румынияны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. 1945 йылдың 1 апрелендә ҡаһарманлығы өсөн 1 дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Артабан олатайым Венгрияны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша, яраланып, госпиталдә дауалана. Бөйөк Еңеүҙе Әхәт Латип улы Прагала ҡаршылай. 1945 йылдың майынан 1949 йылға саҡлы ғәскәрҙәрҙең Үҙәк группаһы составында Австрияла хеҙмәт итә. Хәрби батырлыҡтары өсөн «Бухарестты азат иткәне өсөн», «Будапештты азат иткәне өсөн», «Праганы азат иткәне өсөн», «Германияны еңгәне өсөн» һ.б. миҙалдар менән бүләкләнә.
Олатайым Һуғыштан 1949 йылдың йәй аҙағында ғына әйләнеп ҡайта. Ғаилә ҡора. Эске эштәр министрлығы органдарында эшләй, милиция офицеры була, бик күп наградалар һәм Маҡтау грамоталарына (шул иҫәптән БАССР Юғары Советы Президиумының) эйә була.
Ауыр бала сағы, яу юлдары, алған яралары, хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы көсөргәнешле хеҙмәт уның һаулығында сағылмай ҡалмай, олатайым 1970 йылда 47 йәшендә генә вафат була. Миңә уны күрергә яҙманы, ул ваҡтытта олатайымдың өлкән улына - минең атайыма 17 йәш кенә була. Һуғыш һәр йорттоң ишеген шаҡый. Әсәйемдең атаһы йәше етмәү сәбәпле һуғыштан азат ителә, әммә олатаһы Вәлиев Мәсғүт Мөсабир улы һәм уның ағай- ҡустылары һуғыштың тәүге көндәрендә үк яуға китә. Олатаһы ҡайта, ә ҡустыһы һәләк була, икенсе туғаны хәбәрһеҙ юғала. Уның батырлыҡ өсөн наградалары, маршал Конев ҡул ҡуйған Рәхмәт хаты Башҡортостан Милли музейында һаҡлана.
Һуғыш афәтен ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа үҙ иңдәрендә бик күп күтәрҙе. Ҡыйралған яҙмыштар, яҡындарын юғалтыу ҡайғыһы береһен дә урап үтмәне. Был яҙмышты минең ике оләсәйем дә кисергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъябыҙ әле лә тыныс түгел...

Хисматуллин Ахат Латыпович (1)

а

а

Атаһы
Йәһүҙин Камил Илһам улы хаҡында
әҙәбиәт бүлегең баш мөхәрррире,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Рәмилә Йәһүҙина:

Ягудин К.И.Атайым 1917 йылдың 3 ғинуарында Учалы районының Йәһүҙә ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда уға 24 йәш, инде өйләнгән була. Бер ғаиләнән дүрт бер туған – ике ағаһы үҙе һәм ҡустыһы һуғыштың башында уҡ төрлө фронттарға ебәрелә. Бәләкәй генә был ауылда йәшәүселәр, бер нисә ғаиләнән башҡаһы, барыһы ла Йәһүҙиндар – йәғни, бер нәҫел ағасынан. Ошо ауылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың исемдәрен һанап сығыу ҙа бик күп ваҡыт талап итер ине. Барыһы ла булмаһа ла, улар, түштәре тулы орден, миҙалдар менән ҡайтып, тыныс тормошта ла лайыҡлы ғүмер кисергән уҙамандар булды.
Атайым фин һуғышынан алып, урау- урау юлдар үтеп, Берлинғаса барып етә. Яу юлдары хаҡында ул бик һөйләп барманы, бәлки ҡаты яралары, ауыр контузияһы ғүмере буйы тынғылыҡ бирмәгәнгәлер. (Ошо яраларҙан арына алмай, 60 йәшендә генә донъя ҡуйҙы ул). Әммә беҙ – балалары атайыбыҙҙың наградаларына ҡарап, уның үтә лә етди һуғыштарҙа ҡатнашҡанын, һуғыштан старшина званиеһында, бик һуңлап, 1948 йылда ғына ҡайтыуын белә инек...
Ә һуғыш башланыр алдынан ғына күрше Мәҫкәү ауылынан килен булып төшкән инәйем (әсәйебеҙ), уның һуғыштан ҡайтыуын шул сама ваҡыт көткән! (Бер йыуаныс - тыуып ҡалған балаһы ла йәшәмәгән). Инәйемдең үҙенең ике бер туған ағаһы һуғыштың тәүге көндәрендә үк хәбәрһеҙ юғала.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Рәсәй ауыл хужалығы профсоюзының урындағы бүлексәһе атайымды - машина- техниканы яҡшы белгән, яу юлын башынан аҙағынаса үткән тәжрибәле ир-егетте Мәскәүгә механизаторҙар курстары уҡытыусыларын әҙерләү мәктәбенә ебәрә, артабан ул белемен Калуга ҡалаһында камиллаштыра.
Камил Илһам улы механизаторҙар уҡытыуҙы район кимәлендә алып барҙы, уның курсанттары, барлыҡ Учалы районында булып, юл төшкән һайын уҡытыусыларының хәлен белешеп йөрөнө. Атай бик ғилемле, абруйлы, ихтирамлы кеше булды, 6 бала үҫтерҙе, тәбиғәтте яратты. Халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарҙы.

 

 

Дед_Галимова_Р_Олатаһы -
Яруллин Хәйбулла Ярулла улы хаҡында
артист Руслан Ғәлимов:

Олатайым 1917 йылда Салауат районының Ахун ауылында тыуған. Һуғышҡа саҡлы колхоз рәисе булып эшләгән, 3 балаһы булған: әсәйем, Хәмиҙулла һәм Дим исемле ике улы. Атаһы фронтҡа киткәндә иң өлкәне - әсәйемә 6 ғына йәш була.
Ул йылдарҙа хужалыҡ эштәренә башкөллө сумып, ауылдың киләсәген, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөгән эшлекле, бик етди, тура һүҙле олатайым тәүге көндәрҙә үк фронтҡа алына. Хәйбулла Ярулла улы дошман менән 112- се Башҡорт кавалерия дивизиһы составында һуғыша. Был легендар дивизияла уның кеүек, халҡыбыҙҙың аҫыл ир -егеттәре, шул иҫәптән колхоз етәкселәре лә етерлек була.
1942 йылдың 6 июлендә ҡаты алыштарҙың береһендә олатайым – өлкән сержант батырҙарса һәләк була. Әсәйем атаһынан 8 йәшендә генә тороп ҡала.
Олатайымдың яҡты рухы алдында беҙ баш эйәбеҙ, уның батырлығы, Ватанын һаҡлап, киләсәк быуындар хаҡына ҡорбан булыуы тормоштоң ҡәҙерен белергә, намыҫлы йәшәргә саҡыра.

4

4

Атаһы
Ирсаев Исхаҡ Шәрифулла улы
һәм яҡын туғаны Ирсаев Әбүбәкер Шәрифулла улы хаҡында
Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, С.Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты
Нурия Ирсаева:

Ирсаев_И_Ш_2Минең хәтеремдә мәңге һаҡланыр ике яҡын кешем, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары – атайым һәм уның ағаһы - Әбүбәкер бабайым. Биология уҡытыусыһы Әбүбәкер Шәрифулла улы Ирсаев фронтҡа һуғыштың иң башында алына һәм Еңеүгә бер нисә генә көн ҡалғас – 1945 йылдың 6 майында һәләк була.
Атайым фронтҡа 1942 йылда китә. Тәүге туғыҙ айҙа ул бронь менән ҡалдырыла. Абдуллино станцияһында яңы саҡырылғандар бер ай әҙерлек үтә, унан фронтҡа оҙатыла. Атайымды һуғышҡа март айында ебәрәләр, ә 1942 йылдың 13 октябрендә мин тыуғанмын. Миңә бер йәш тирәһе булып, телем асыла башлағанда минән ауыл кешеләре ярым шаяртып: «Һинең атайың ҡасан ҡайта?»-, тип һорай икән. Ә мин, бик етди итеп: «Иртәнән һуңға ҡайта»,- тигән булам, ти ...
Атайым артиллерия полкында хеҙмәт итә, алғы һыҙыҡта була, Украина фронтында һуғыша, һуңынан, окружениеға эләгеп, пленға төшә. Атайым нисек итеп, украинкаларҙың был минең ирем, тип плендағыларҙы ҡотҡарырға тырышҡандарын һөйләй ине, «ире» булғас, һалдатты плендан азат итәләр, әммә ул артабан фашистарҙың ҡолона әйләнә. Атайымды ла бер ҡатын шулай ҡотҡарырға тырышҡан, тик, атайым риза булмаған, пленныйҙар менән артабан киткән. Күп тә үтмәй уларҙы ҡот осҡос Дахау концлагерына килтерәләр. Ул бында һуғыштың аҙағынаса була. Дахау тотҡондарын 1945 йылда Америка һалдаттары азат итә.
Американдар атайымды Америкаға китергә өгөтләһә, немецтар Германияла ҡалырға тәҡдим итә, илегеҙгә ҡайтып та эт көнөндә йәшәйәсәкһегеҙ, пленға төшөүегеҙҙе кисерә алмаясаҡтар, һеҙгә һатлыҡ йәндәр, тип ҡараясаҡтар, тиҙәр. Атайым был юлы ла бер ниндәй өгөткә бирелмәгән, совет һалдаттары артабан уларҙы Донбасҡа, совет лагерына этап менән илтә . Унда пленныйҙар ҡул менән күмер сығара. Дахау лагеры менән сағыштырғанда Донбасс шахтаһында йәшәп, күмер сығарыу тотҡондарға ожмах кеүек тойолған. Сөнки уларҙы ашатҡандар, йәшәү ҙә бер ни ҡәҙәр түҙерлек булған.

1946 йылда атайым, күрешергә генә тип, өйөнә ҡайтарыла, ғаиләһен алып, Донбасҡа кире килергә тигән ҡәтғи шарт менән ебәрелә ул. Миңә ул саҡта 4 йәш була. Атайымдың ҡайтыуын хәтерләйем: яҙ ине, йылғалар ташҡан, бөтә ерҙә һыу, атайым тау юл менән ҡайтты. Апайҙарымдың тауға йүгергәнен, үҙемдең эскәмйәлә ҡымшана ла алмай ултырғанымды хәтерләйем. Ҡапҡа асылып китте, атайым мине күтәреп алып өйгә инде. Барлыҡ ауылдаштар йыйылып китте. Әсәйем йүгереп йөрөп ҡоймаҡ бешерҙе, йөҙө айҙай балҡый... Үл саҡта әсәйемә 38, атайыма - 40 йәш кенә булған. Атайымдың алдына ултырып, мин уны ҡабаланып ҡосаҡламағанмын, ә ашыҡмай ғына күҙ – йөҙөнә, кейеменә ҡарап, һаҡал – мыйығын, йөҙөн тикшергәнмен, шунда нишләп барыһы ла мине - иң бәләкәсте түгел, ә атайҙы килеп ҡосаҡлай, тип үпкәләп йөрөгәнмен.Атайым беҙгә бүләктәр килтерҙе, мин уның шахтер калуштарын хәтерләйем, аҙаҡ беҙ « шахтер ҡатаһы» менән бик шәп итеп тауҙан шыуа инек, башҡалар иҫтәре китеп ҡарап тора ине.
Атайымдың отпускыһы бөткәс, колхоз етәкселәре бер тауыштан, беҙ Донбасс менән һөйләшербеҙ, һин бында кәрәкһең, тип, уны алып ҡалалар. Әммә тиҙҙән, ҡаланан, нишләп ваҡытында урыныңа барып етмәнең, тигән ҡәтғи һорау менән уның артынан хәрби милиция килә. Атайым «колхоз...» тип ауыҙын ғына аса... уны шул көндө үк ҡулға алалар. Күп тә үтмәй арестанттарҙы этап менән беҙҙең ауыл аша Бәләбәйгә оҙаталар. Араларында атайым да бар ине. Арестанттар араһында ҡатын- ҡыҙҙар бигерәк күп ине, сөнки ҡатын – ҡыҙ – әсә, ире өсөн дә яуап бирә, балаларын да ашата, ғөмүмән, һуғыштан һуң ирҙәр ҙә ҡалмай бит.
Этап беҙҙең ауылда туҡтай, әсәйем ризыҡ әҙерләй, тик милиция атайыма туған өйөнә кереп ашап сығырға ла рөхсәт бирмәй. Барыһын да Бәләбәй төрмәһенә оҙаталар. Әсәйем атайымдың төрмәнән сығарылыуын хәстәрләп бик күп йөрөй, кемдеңдер кәңәше менән кемгә ҡаҙ, кемгә бал, күстәнәс күтәреп бара. Шулай итеп, күпмелер ваҡыттан һуң атайымды төрмәнән сығаралар. Мин ошо мәл ысын мәғәнәһендә бәхет кисерҙем..
Атайым колхозда ла, магазинда ла эшләне, тик тиҙҙән эштән сығарҙылар, әлеге лә баяғы пленда булыуы сәбәпле. Йылдар бик ауыр ине, бер аҙҙан минең һеңлем, унан 1952 йылда бәләкәй ҡустыбыҙ тыуҙы.
Атайым яу юлдары хаҡында бик һөйләмәне, ул вафат булғас ҡына әсәйемдән атайымдың Дахауҙа бер нисә тапҡыр үлемдән ҡалғанын белдек. Күрше -тирә ауылдарҙағы немкалар йыуынты һыу түккән кеше булып, лагерҙы уратҡан тимер сыбыҡҡа яҡын килеп, пленныйҙарға икмәк ырғытып киткәндәр. Һаҡсылар күрмәгәндә генә пленныйҙар алған уларҙы. Бер мәл, атайымдың ҡул һуҙғанын күреп, һаҡсы уға овчарка һөсләтә. Эт, ажғырып сабып килеп, атайымдың иңбашына ике аяғын һалғас, улар бер-береһенең күҙҙәренә ҡарап тора һәм эт, ҡапыл көйҙөргөс эҫе тынын атайымдың йөҙөнә бөркә лә, хужаһына кире югерә. Атайым ошо хәлде ғүмере буйына онота алманы.
Икенсе осраҡ. Бер саҡ пленныйҙарҙы ишек алдына сығаралар, унда йәшел үлән, ҡояш.. Тотҡондар ошо үләнгә ҡапланалар, ә кем ашай, эсенән сыҙай алмай, йән бирә. Дуҫы тотоп ҡала уны был аҙымдан.
Тағы бер осраҡ. Бер мәл магазинға аҙыҡ- түлек ташып йөрөгәндә урындағы немецтар һөжүм итеп, продукттарын урлай, муйынына элмәк һала. Халыҡ ҡына ҡотҡарып ҡала уны.
Атайым ауылда фронттан иң һуңғы булып ҡайтты, 1946 йылдан һуң бер кемде лә башҡа көтмәнеләр… Ул 82 йәштә донъя ҡуйҙы. Һуңғы көндәрендә Дахау лагерында хоҙайҙан үҙен һәм башҡаларҙы тере ҡалдырыуын ялбарып, ғаиләһен ҡайтып күреүен, үҙ илендә йәшәп үлеүен һорап, ярлыҡауын үтенгән иң ауыр мәлдәрен хәтерләр булды...

Ирсаевы_2

4

4

Олатаһы -
Кәбиров Мөнир Кәбир улы
хаҡында артист
Артур Кәбиров:

Кабиров_М_Г_2Минең олатайым революцияға ҡәҙәр 1912 йылдың 5 июлендә Дыуан районының Мәрйәмғол ауылында тыуған. Һуғышҡа саҡлы комбайнда эшләгән. Һуғыш башланғас, уны фронтҡа ебәрмәй, бронь менән алып ҡалалар, сөнки һуғышҡа киткән ирҙәр урынында эшләү өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙы механизатор һөнәренә уҡытырға тәжрибәле кеше кәрәк була. Олатайым шул эште башҡара ла.
Һуғышҡа 1943 йылда алына. Беренсе Украина фронтында һуғыша. Ике тапҡыр ҡаты яраланып госпиталдә дауалана. Бөйөк Еңеүҙе ул Прагала ҡаршылай.
Һуғыштан 1945 йылдың декабрендә сержант званиеһында демобилизациялана. Олатайым фронттан әйләнеп ҡайтҡас та комбайнда эшләүен дауам итә. 8 бала тәрбиәләп үҫтерә, улар араһында, фамилияһын дауам итеүсе - минең атайым да бар.
Олатайым алдынғы ҡарашлы, инанған, намыҫлы коммунист ине. Ил алдындағы изге бурысын намыҫлы үтәгән айбруйлы яугир тыныс тормошта ла ғүмерен тик изге хеҙмәттә уҙғарҙы. Лайыҡлы йәшәне.

5

5

4

4

4

aznahul-foto-2Олатаһы-
Юнысов Аҙнағол Миңлеғол улы хаҡында
театрҙың музыка бүлеге мөдире,
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Урал Иҙелбаев:

Әсәйем яғынан олатайым А.М.Юнысов 1912 йылда Әлшәй районы Һарыш ауылында тауған. Ул ике һуғышта ҡатнаша. 1939 йылда аҡ финдәргә ҡаршы яуҙа яраланып ҡайта. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас өс бер туғаны- Муллағол, Байрамғол һәм Миңлебулат фронтҡа алына. Көҙгә саҡлы, хәрби хеҙмәткә яраҡлы тип табылған ауылдаш ир-егеттәр һуғышҡа алынып бөтә, тик олатайыма ғына ни сәбәптәндер повестка килмәй. «Әллә фин һуғышынан яраланып ҡайтҡанға мине саҡырырға ашыҡмайҙар?»,- тип уйлай егет. Баҡһаң, ул, һуғыштан ҡайтҡас, хәрби учетҡа торорға кәрәклекте уйлап та бирмәгән. Шулай, көтә торғас уның түҙемлеге бөтә һәм үҙе теләп фронтҡа ебәреүҙәрен һорап военкоматҡа бара.
Инде тәжрибәле, яу юлын үткән йәш һалдатты Алкино ҡасабаһына хәрби әҙерлек үтергә ебәрәләр. Һуғышҡа ул 1942 йылдың башында алына. Украина фронтында пулеметсы, связной була. Киевты азат итеүҙә ҡатнаша. Аҙнағол олатайым башҡа фронтовиктар кеүек һуғыш тураһында һөйләргә яратманы, хатта һуғыш тураһында кино ла ҡараманы. Һораһаң, ҡыҫҡа ғына итеп яуап бирә ине. Ҡайһы ваҡыт ауылда, ветерандар осрашып, яу юлдары, ҡот осҡос юғалтыуҙар хаҡында иҫләп-иҫләп алалар ине. Олатайым бигерәк тә ауылдашы Тимерғәле бабай менән дуҫ булды. Уларҙың бар туғандары ла нисек итеп ике һалдаттың фронтта көтмәгәндә осрашыу ваҡиғаһын белә ине.. Ә хәл былайыраҡ булған. Кинола һуғыш кадрҙарын күҙ алдына килтерәһегеҙме: тирә - яҡта төтөн, ут - ғәрәсәт, миналар шартлай, пулеметтар ут яуҙыра... Тап шуға оҡшаш яу яланы, иңбашына пуля тейеп ҡанһырап ауған олатайыма командир ҡысҡыра: рядовой Юнысов, һин үҙең генә ошо килеш санчасткә бырап етә алаһыңмы, ул ошо күпер артында? Ҡанға батҡан Аҙнағол Юнысов күпер яғына йүгерә. Ә уның аша пополнение килә. Яралы һалдат «Башҡортостандан берәйһе бармы »,- тип ҡысҡыра. Эй, бахыр, контузия алған, хәлһеҙ һалдат, был минутта һине кем ишетһен?.. Үлемесле алыщ бит тирә- яҡта... Шул саҡ, ни мөғжизә, күмәк һалдаттар араһынан бәләкәй генә кәүҙәле берәү сығып, снаряд тауышын баҫырға тырышып йән көсөнә ҡысҡыра: «Мин Башҡортостандан!»
Аҙнағол олатайым шаҡ ҡата. Ул бер ниндәй ҙә яуап өмөт итмәй, Һәм... бына уның алдына ауылдашы Тимерғәле Вәлиәхмәтов килеп баҫа! Тимерғәле тупраҡ менән ҡан уҡмашҡан йөҙөнән олатайымды саҡ таный. Яралы һалдат ауылдашын илай- илай ҡосаҡлап ала. Һәм улар, кемебеҙ тере ҡайта, ошо күрешеү хаҡында яҡындарына мотлаҡ һөйләргә вәғәҙә бирешә. Һәм, тағы « Алға!» тигән һөрән, һалдаттар йәнә ут эсенә ынтыла. Бер секунд һуңлаһалар ҙа аймылыш булырҙар ине ике ауылдаш. Бына бит яҙмыш.
Олатайым һигеҙ тапҡыр етди яралана. 1944 йылдың аҙағында миҙалдар тағып фронттан әйләнеп ҡайта, әммә хәлһеҙ һәм ауырыу килеш. Ҡайтыуына 2 бәләкәй улы һәм атаһы, ауырып, донъя ҡуйған була. Өс бер туған ҡустыһының икеһе һуғыштан әйләнеп ҡайтмай.
Олатайым бик егәрле, эшсән кеше булды: колхозда эшләне, мал ҡараны. Төҙөлөштә лә тир түкте, баҫыу ҡараны. Һуғыштан һуң тыуған ете балаһын өләсәйем Хөмәйрә Сафый ҡыҙы менән лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләне. Дүрт улы армияла хеҙмәт итеп ҡайтты, 17 ейән-ейәнсәрҙәре үҫте, бүлә- бүләсәрҙәре лә бар.

 

отец и мать Валитовой МинсарииАтаһы-
Мусин Әсфән Хәлил улы хаҡында
театр ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Миңсәриә Вәлитова:
Атайым Күгәрсен районының (ул ваҡытта Ырымбур губернаһы) Ялсы ауылында 1916 йылдың 6 апрелендә крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Мәктәптән һуң Мораҡ рабфагында уҡый, әммә тамамлай алмай. Һуғышҡа саҡлы Совет армияһында (Әрмән Республикаһында) хеҙмәт итә. Ошо ваҡыт һуғыш башлана һәм атайым армиянан туп- тура фронтҡа китә. Һуғыштың тәүге көндәренән алып Бөйөк Еңеүгә саҡлы алғы һыҙыҡта була. Гвардия сержанты, НКВД ғәскәрҙәрендә һуғыша, Берлинғаса барып етә. Бик күп хәрби наградалары : «Берлинды алған өсөн» ( 1945 йылдың 13 октябре), «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» ( 1507.46) миҙалдары, «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены ( был орден уны, һуғыш тамамланып, атайым демобилизацияланып, инде колхозда эшләп йөрөгәнендә 1947 йылдың 15 майында килеп таба) һәм юбилей миҙалдары бар.
Атайым менән әсәйем һуғыштан һуң өйләнешә. 1947 йылда мин тыуғанмын. Минән һуң тағы 7 бала донъяға килгән. Мин иҫ белгәнемдән алып шул хәтерҙә: әсәйем менән атайым һәр ваҡыт эштә булдылар. Мин уларҙың саҡ ҡына ла ял итеп, йә ҡул ҡаушырып ултырғанын иҫләмәйем. Ҙур ғаиләне туйындырыу, ас- яланғас итмәй үҫтереү өсөн атайым тракторҙа ла, бригадир булып та эшләне, малын да ҡараны. Йорт күтәреп, балаларын тәрбиәләп кеше иттеләр. Беҙ ғаиләлә бик бәхетле үҫтек, әллә ни сикләүҙәр ҙә күрмәнек.
Әсәйем дә колхозда эшләне. Ул замандарҙа техника юҡ, барыһы ла ҡул көсө менән атҡарыла. Әсәйем Аслаева (Мусина) Хәҙисә Мөхәммәт ҡыҙы 1921 йылдың 21 декабрендә крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 13 йәштә ағаһы, өс ҡустыһы менән етем ҡала. Улар үҙҙәре генә донъя көтә, хужалыҡты алап бара. Әсәйем бәләкәй ҡустыларын да ҡарай. Шулай, яйлап, эшләп,бирешмәй ғүмер итә улар. Һуғыш башланғас әсәйемдең ағаһы ла, өс ҡустыһы ла фронтҡа китә һәм береһе лә яу яланынан кире әйләнеп ҡайтмай.
Тылдағыларға ла еңел булмаған бит. Күпте кисергән әсәйемә әле 93 йәш. Ул гәзит – журналдар уҡып, бөтә яңылыҡтарҙы белеп ултыра, кеҫә телефонынан шылтыратып хәлебеҙҙе һорашып тора. (Замана ҡарсығы ул!) Күргән ауырлыҡтары өсөн, әйтерһең, тормош уға әлеге көндәрендә бәхетле йәшәргә насип иткән. Күмертау ҡалаһында бәләкәй һеңлемдә (Резида Әсфән ҡыҙы) йәшәй. Ҡараулы, тәрбиәле. Һеңлем менән кейәүемә рәхмәт бының өсөн. Һау булһын, тағы ла йәшәһен әле әсәйебеҙ!
Атайым йәшләй донъя ҡуйҙы. Ниндәй Зәһәр Һуғыш юлын үтеп тә имен ҡайтҡан фронтовик, аппендицитына белер-белмәҫ хирургтың эшләгән операцияһынан үкенесле рәүештә, 55 йәшендә генә вафат булды. Атайым тормош матурлығын күреп тә , ветеран льготаларынан да файҙаланып өлгөрә алманы... Шулай ҙа әсәйем менән бик бәхетле булды. Атайым үлгәндә мин генә кейәүҙә инем. Әсәйем барыһын да аяҡҡа баҫтырҙы. Әле беҙ бишәү ҡалдыҡ. Барыһы ла иҫән -һау булһын! Һуғыш ҡына булмаһын!

 

отец Валитова З. справаАтаһы-
Вәлитов Суфиян Ғирфан улы хаҡында
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
Заһир Вәлитов:

Минең атайым 1914 йылда ( айы, көнө билдәһеҙ) Ырымбур губернаһына ҡараған Һаҫыҡкул ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Революциянан һуң территориаль бүленештәр ярайһы үҙгәрештәр кисергәс, атайымдың тыуған ауылы бөгөн - Рәсәй, Башҡортостан, Күгәрсен районы Сәпәш ауылы.
Һуғышҡа саҡлы атайым Армияла хеҙмәт итә, Йомағужа (Күгәрсен) районы Вәлит ауылында йәшәй, колхозда бригадир булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышына 1941 йылдың июлендә алына. Генерал Шайморатов командалыҡ иткән Башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә. Дошман тылына бер рейд ваҡытында ҡаты яралана. Шаһиттар әйтеүенсә, ул 1943 йылда ауыр яраларынан һәләк була.
Әсәйем Вәлитова Ғилмиә Муса ҡыҙы 1919 йылғы, ошо уҡ райондың Нарбут ауылында тыуған. Ире (минең атайым) вафат булғас, тыуған ауылы Нарбутҡа кире ҡайта һәм беҙ әсәйем яғынан өләсәйем йортонда бергә йәшәй башланыҡ. Өләсәйемдең исеме Хупъямал. Әсәйем колхозда эшләне: ат ҡараны, урман ҡырҡты ( ҡыш көндәре урман ҡырҡырға Бөрйәнгә лә ебәрәләр ине), мал ҡараны, ҡыҫҡаһы, ниндәй генә эштә эшләмәне. Аслыҡ та күрҙек. Өләсәйем үҙенең бөтмөрлөгө арҡаһында ғына мине асҡа үлтермәй алып ҡалды. Олатайым да бар ине, Нарбутов Рәхмәтулла. Ул әсәйемдең бер туған ағаһы. Мин уны бик хәтерләмәйем. Ул 1939 йылда фин һуғышында, Халхин-голда япондар менән һуғышта ҡатнашҡан. Һуғышҡа тиклем юл төҙөлөшө буйынса инженер булып эшләгән, техник яҡтан бик ғилемле кеше була. Гвардия лейтенанты званиеһында 1942 йылда батырҙарса һәләк була.

 

dynmuh-v2Олатаһы -
Динмөхәмәтов Зәйнулла Зөлҡәрнәй улы хаҡында
Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы
Рәзифә Динмөхәмәтова
Олатайым Зәйнулла Динмөхәмәтов 1911 йылда Учалы районы Сәфәр ауылында тыуған. 1920-21 йылғы ҡоролоҡҡа һәм аслыҡҡа ҡәҙәр өс кешенән торған ғаилә, башҡалар кеүек үк ғәҙәти ауыл тормошо менән көн итә. Шул ауыр йылдарҙа, аслыҡтан ҡасып, ата-әсәһе менән туғыҙ йәшлек Зәйнулла Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһына китә. Күп йылдар үткәс кенә ғаилә кире тыуған еренә әйләнеп ҡайта. Ҡайтҡас, Зәйнулла, ул ваҡытта районда әллә күпме булған алтын приискыларының береһендә эш башлай. Фин һуғышында ҡатнаша, унан ҡайтып тағы алтын табыуҙа көс түгә. Бөйөк Ватан Һуғышының иң тәүге көдәрендә үк фронтҡа алына. 1941 йылдың 25 июнендә биш йөк машинаһына тейәлеп, унан поезға ултырып, фронтҡа китә райондаштар. Олатайым һуғышта лейтенант дәрәжәһенә барып етә. Взвод командиры була. Ниндәй фронттарҙа хеҙмәт иткәне миңә билдәһеҙ. Ата- әсәйем ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе белә ине. Олатайым хаҡында тик йылы хәтирәләр генә булды иҫтәрендә. Беҙ Еңеү яҙын яҡынайтҡан ҡәҙерле кешебеҙ - олатайым менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, уның хаҡындағы иҫтәлектр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңгелек.

 

pamjatnyk-nevernuvshymsja-synam-ne-dozhdavshymsja-materjamОлатаһы -
Рыҫбаев Дәүләтбай Имамшафиҡ улы хаҡында
әҙәбиәт бүлеге мөхәррире
Гөлбаныу Мәһәҙиева:
Һуғышҡа саҡлы олатайым Рыҫбаев Дәүләтбай алтын табыу артеленең старателдәр бригадаһы етәксеһе булып эшләй. Һуғыш башланғас ауылда уның бер үҙен бронь менән ҡалдыралар, сөнки тик ул ғына һипмә алтын ятҡылыҡтарын эҙләп табыуҙың ата- бабаларҙан ҡалған боронғо алымдарын белгән була. Ул йылдарҙа илебеҙҙең саф алтынға ҡорал һатып алыуы билдәле. Был эш яҙлы – көҙлө генә була. Ә 1942 йылдың көҙөндә үҙе теләп олатайым фронтҡа китә. Һуғышҡа киткән ауылдаштарымдан оят, мин бында, улар тегендә ҡан коя, тип әсенә ул.
Бер йылдан һуң 1943 йылда олатайымдың Мәскәү янында барған һуғышта хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында хәбәр килә. 2007 йылда «Ил һәм намыҫ» тип аталған эҙәрмәндәр группаһы командиры В.В.Кондрашовтан, олатайымдың 1943 йылда Дятьково ауылы өсөн һуғышта батырҙарса һәләк булыуын хәбәр иткән хат килә.
Дәтьково ҡалҡыулығын алғанда йөҙҙәрсә һалдат башын һала, шуларҙың 22 һенең генә исеме асыҡлана. Олатайымдың гильзаға тығып ҡалдырылған хәрби билетының остоғонан табалар. Химик ҡәләм менән ул үҙ исем, фамилияһын яҙған була. Ошо яҙыу гильза эсендә 65 йыл ерҙә ята. Брянск өлкәһе Дятьково ауылында ҡуйылған һәйкәлдә шундай һүҙҙәр уйылған: « Ҡайтмаған улдар, көтөп ала алмаған әсәләр иҫтәлегенә». Мәрмәр ташҡа башҡа исемдәр менән бер рәттән олатайымдың исеме лә яҙылған: « Рыҫбаев Дәүләтбай». Был исем менән минең ғаиләм, яҡындарым ғорурлана. Уны балалар ҙа хәтерләй.

p81434344

4

Олатаһы -
Кинйәбулатов Исхаҡ Ҡотлоәхмәт улы хаҡында
Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, балетмейстер
Сулпан Асҡарова:
Минең олатайым Кинйәбулатов И. Ҡ. 1902 йылда Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуған. Тормош юлдашы - өләсәйем Сәлиха Закир ҡыҙы менән алты бала - 4 ул, 2 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Фронтҡа киткәнсе олатайым колхозда эшләй. Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылда Баймаҡ район военкоматынан саҡырыла. Күсей ауылынан һуғышҡа 600 тирәһе кеше алына, уларҙың һәр береһе батырҙарса һуғыша. Күптәре кире әйләнеп ҡайтмай. Араларынан береһе- Тәфтизан Миңлеғоловҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Олатайым төрлө ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә. Көнсығыш һәм Көнбайыш фронттарҙа снайпер, артиллерист була. Польша һәм Венгрияны азат итеп Берлинғаса барып етә. Берлин ҡалаһында урындағы халыҡ совет һалдаттарына, әлбиттә, яҡты йөҙ күрһәтмәй, шикләнеп ҡарай. Әммә беҙҙең һалдаттар И.В.Сталиндың приказын ҡәтғи үтәй - «тыныс халыҡҡа теймәҫкә!» Тик улар яғынан бик күп хаслыҡ ҡылына: кемдер олатайымдың башына ауыр предмет менән һуға һәм ул, контузия алып, госпиталгә эләгә, унан тағы алғы сафта була. Калининградты азат итә.
Олтайым «Ҡыҙыл йондоҙ», «Ҡыҙыл Байраҡ» ордендары менән бүләкләнгән, «Батырлыҡ өсөн», Польшаны, Венгрияны, Чехословакияны, Берлинды азат иткәне өсөн миҙалдары менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар бригадир, колхоз рәисе урынбаҫары булып эшләй. Ул Һуғыш , яу юлдары хаҡында һөйләргә яратманы. Һуғыштан еңеп ҡайтыуы хаҡында шундай трофей әйберҙәре хәтерләтте: стенала ялтырап торған мәрйен күҙҙәре менән шәшке тиреһе торҙо һәм бәләкәй генә ҡолаҡ мендәрҙәре йөрөнө.
Һуғыш йылдары минең атайым Асҡаров Рәил Исхаҡ улының – отставкалағы подполковниктың да хәтерендә асыҡ уйылып ҡалған. Ул 1940 йылда тыуған, нисек итеп әсәһен Баймаҡтың торф эшкәртеү һәм еҙ иретеү заводына көсләп эшкә ҡыуғандарын асыҡ хәтерләй. Өйҙә тағы бәләкәй балалар булғанын, аслы туҡлы йәшәүҙәрен, берҙән – бер һыйырҙарына ҡарап тороуҙарын, туйғансы ашамауҙарын, тик 1956 йылда ғына он һәм башҡа аҙыҡ- түлектең күренә башлауын һөйләй.
Олатайым 1983 йылда оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң донъя ҡуйҙы. Укол эшләп уға инфекция индерҙеләр. Ул оҙаҡ ауырыны, әммә түҙҙе. Мин уның ирҙәрсә көслө беләктәрен, ҙур ҡулдарын хәтерләйем. Улар беҙгә - балаларға бер ышаныс һәм таяныс кеүек күренә ине.

 

ptsfzanoamcОлатаһы -
Сөләймәнов Хәсән Ҡаһарман улы хаҡында
кадрҙар бүлеге белгесе:
Диана Шакирова

Бөйөк Еңеүгә 70 йыл. Тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Шулай ҙа, әле бында, әле тегендә хәрби бәрелештәр тынмай. Әммә Тарихтағы иң ҡурҡыныс ҡанҡойоштарҙың береһе Бөйөк Ватан һуғышы. Ошо һуғышта ҡатнашыусыларҙың береһе - минең олатайым Хәсән Сөләймәнов. Ул 1920 йылда Дәүләкән районының Хөсәйен ауылындда хәлле генә ғаиләлә тыуған. Илдә коллективизация башланғас, уның атаһын, кулак тип табып, мөлкәтен тартып алалар, ә үҙен Кемерово өлкәһенә оҙаталар. Әсәһе был хәлдән һуң, берҙән- бер улының киләсәген ҡурсалап, Узбәкстанға туғандарына ебәрә. 1939 йылда олатайым шул ерҙән Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Һуғыш башланғас, тәүге көндәрҙән үк фронтҡа оҙатыла. 1944 йылға саҡлы алғы һыҙыҡта була. Бер мәл Украина ерендә барған алыштарҙың береһендә уларҙың патрондары бөтә. Командир олатайымды һәм тағы бер яугирҙы боеприпастар алырға ебәрә. Ҡараһалар, яндарында ғына итек эҙҙәре, тимәк, эргәлә немецтар! Фашистар ут аса, иптәше һәләк була. Ә олатайым хәрби заданиеһын үтәп, патрондарҙы штабҡа алып килә. Унан ул госпиталдә ята, 1944 йылда сержант званиеһында демобилизациялана.
Һуғыштан ҡайтҡас, Дәүләкәндә тракторсылар курсын тамамлай, колхоз рәисе булып эшләй, өйләнә, алты бала тәрбиәләп үҫтерә. Әммә һуғыш яраларынан арына алмай 1962 йылда донъя ҡуя. Өлкән балаһына 17 йәш, кесеһенә 2 йәш тә булмай ҡала. Олатайым үлгәс, өләсәйем, балаларын алып тыуған ауылына ҡайтып китә.Ошолай күсенеп йөрөгәндә олатайымдың барлыҡ наградалары һәм документтары юғала. Әле беҙ уларҙы эҙләп табыу менән шөғөлләнәбеҙ. Олатайымдың бөтә балалары ла тормошта үҙ урынын тапҡан. Өләсәйем уларҙы лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләгән.

2

2

image-05-05-15-01-18-5Атаһы -
Ғаззали Ғимаҙетдин улы Үтәшев хаҡында
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
Хөрмәтулла Үтәшев:

Атайым, Ғаззали Ғимаҙетдин улы Үтәшев 1909 йылдың 10 февралендә Хәйбулла районы Кәрим ауылында өсөнсө бала булып донъяға килә.Туғыҙ йәше тулғанда ата- әсәһе ,бәләкәй генә биш баланы йәтим итеп , тәүлек арауығында бер - бер артлы донъя ҡуя.( Олатайым шул төбәктең старостаһы була)
Үҫмер сағында уҡ тәжрибәле көрәшселәр бәйгеләрендә ҡатнашып ,атайым,бер ваҡытта ла алдынғылыҡты бирмәй.Ҡарттар : " Был баланы бағырға кәрәк!" - тип уға иғтибар бүлә башлайҙар. Ғаззали батырҙың даны Хәйбулла, Йылайыр ,Баймаҡ яҡтарына,Ырымбур тарафтарына тарала.16 йәшлек сағында бер ҙур йыйында көрәшеп ,майҙанға сыҡҡас бер- бер артлы 15 көрәшсене еңә.Майҙанға йыйылған халыҡ : " Был ниндәй ғәйрәтле бала?!"- тип хайран ҡалғас ,туғандары күҙ теймәһен тип , йәш көрәшсене кейеҙгә төрөп ," халыҡ күҙенән" йәшереп һалып ҡуя.
1930 йылда атайым Аҡъярҙан Ҡоҙабаева Миңлебикә исемле ҡатынға өйләнә,ҡыҙы тыуа.Ләкин һуғыш ваҡытында ҡатыны ауырып үлеп ҡала.1932 йылдан 1935 йылға тиклем армияла ( кавалерияла) хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас , 1941 йылдың 24 июнендә һуғышҡа китә. Һуғышта бер нисә тапҡыр яралана , контузия ала, госпиталдә ята. Һауыҡҡас тағы ла фронҡа китә.1946 йылдың яҙында түшен тултырып миҙал тағып , ул тыуған яғына ҡайта.
Һуғыштан һуң атайым Ҡалтай (Сәғит ) ауылынан Мәмбәтова Зәйнәп исемле ҡатын менән ғаилә ҡора һәм 8 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Һуғыштан һуң Ғаззали батырҙың иңенә ауылды аяҡҡа баҫтырыу эше төшә: оҙаҡ йылдар бригадир булып эшләй.Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү эшен һөҙөмтәле атҡарып сығарған бригадирҙың хөрмәтенә ауылдаштары уның исеме менән яңы һөрөлгән сиҙәм ерҙе атай , ул ерҙәрҙе бөгөн дә " Ғаззали ере" тип йөрөтәләр.

Атайым һуғышта кисергән ауырлыҡтарҙы, ниндәй михнәттәр аша үткәнлеген бик һөйләп барманы. Һабантуйҙа көрәшеп ҡабырғаһын һындырып, ( больничный алыу тураһында уйлау ҙа юҡ!) мал көткәндә атта һыбай йөрөй алмағас , 10 йәшлек малайҙы - мине үҙе менән иптәшкә өсәр көнгә йәйләүгә алып китер булды. Таңғы сәғәт дүрттә үк , таң һарыһынан һарыҡтар, ятағынан тороп һыулауға ынтыла, унан ҡояш байый башлағас ҡына туйынып кире ҡайтып ята. Мин һыбай , ә атайым йәйәү тегеләрҙән тотам да ҡалмай мал көтәбеҙ. Атайым менән бына шулай өс тәүлек буйына икәүҙән икәү генәбеҙ. Ваҡыт үткәрер өсөн генә булһа ла нимәлер хаҡында һөйләшергә кәрәк бит. Бына шулай мал көткән ваҡытта , ул миңә һуғыштағы бер нисә ваҡиға хаҡында бәйән итте:
- Атлы дивизия ҡамауҙан сыға...Тирә яҡта мәхшәр...Төркөм- төркөм булып алға ынтылып сабабыҙ. Минең менгән атымдың алғы аяғына мина ярсығы тейеп яраланды .Ҡан урғылып аға һәм атым ныҡ аҡһай башланы...Былай оҙаҡ сабып бара алмаҫты аңлап , нимә эшләргә икән тип уйлайым. Ҡараһам, эргәмдән бер эйәрле ат саба, ә өҫтөндә хужаһы юҡ.Мин сабып барған ыңғайы эйәр өҫтөнә аяҡ үрә тороп баҫтым да теге аттың өҫтөнә һикерҙем!!! Ҡамауҙан сыҡтыҡ ...Аҙаҡ шул асыҡлынды - ҡотҡарыусым ... фашистарҙың ҡараулы, көр , йылғыр аты булып сыҡты .Эйәр ҡашына сумка тағылған , ә уның эсендә мөһим документтар...Уларҙы штабҡа тапшырым. Сумка эсенән үҙемә тип портмоне алып ҡалдым.Ул әле беҙҙең өйҙәге һандыҡ эседә ята ,һин уны күргәнем бар, улым.Башҡаса мин фронттан бер нимәлә алып ҡайтманым.Юҡһа бит төрлө хәлдәр була ине...Ҡайһы берәүҙәр үлеп ятҡан дошмандың ҡул сәғәттәрен ,ваҡ- төйәк әйберҙәрен, сылбырлы кеҫә сәғәттәрен һалдырып алырҙар ине.Мин һуғыштан ни өсөн иҫән - һау ҡайта алдым?Хәйер әллә нисә тапҡыр үлем менән күҙгә - күҙ осрашһам да..?Сөнки мин бер ваҡытта ла фашист мәйетенең әйберенә теймәнем,ҡағылманым.Ә ҡомһоҙланып ике ҡулына ла әллә нисәшәр сәғәт таҡҡан беҙҙең һалдаттар киләһе атакала уҡ һәләк булалар ине...Сөнки мәйетте талау,уның әйберенә ороноу ярамаған эш... Ә теге портмоне бит миңә тере ат менән бергә ,трофей булып төштө...

... Бер тапҡыр беҙҙе разведкаға ебәрҙеләр.Биш һалдат һәм командир...Ләкин беҙ заданиены үтәй алманыҡ ,засадаға эләктек ,атыш башланды.Командир һәм ике һалдат үлде,ә ҡалған өсәүебеҙ еңелсә яраланһаҡ та саҡ эҙәрлекләүҙәрән ҡотолоп үҙ дивизиябыҙға әйләнеп ҡайта алдыҡ.Ләкин иң ҡурҡынысы алда булған икән...Баҡһаң разведкаға барған алты һалдаттың өсәүһе - башҡорт,ә өсәүһе - рус милләтенән булған...Һәм засадала һәләк булған өс һалдат та .... урыҫ булып сыҡты! НКВД хеҙмәткәрҙәре беҙҙе ғәйепләп һорау ала башланы: йәнәһе ,беҙ ,өс башҡорт , дошман тылына разведкаға барыуҙан ҡурҡып ,үҙ- ара һүҙ беркетеп ,өс урыҫты үлтергәнбеҙ ҙә кире частҡа ҡайтып хәҙер бушты һөйләп торабыҙ.Беҙҙең дөрөҫтө һөйләүебеҙгә, ,дәлилдәребеҙгә бер кем ышанманы.Беҙҙе,"һатлыҡ йәндәрҙе " атырға тигән ҡарар сығарҙылар... Өсәүебеҙҙе лә атырға тип стена буйына сығарып баҫтырып ҡуйҙылар,приказды бойомға ашырыу өсөн ҡаршыбыҙға һалдаттар теҙелде...Хөкөм ҡарарын строй алдында ҡысҡырып уҡып сыҡтылар...Стройҙа торған кемдер: "Стойте, не стреляйте!" - ти.Башты ҡалҡытып ҡараһам.. алыҫта, урман эсенән бер кеше сығып килә.Башта ул бер нөктә кеүек кенә күренде,ниңәлер бик әкрен атлап килә..Бер аҙҙан ул беҙгә яҡыная төштө.Бәй ! Был бит беҙҙең менән разведкаға барған һалдаттарҙың береһе!Тере!!! Командирҙар уға ҡаршы югерҙе.Хәлдең нисек булыуын теге яралы һалдат нисек булды - шулай һөйләп биреп ,беҙҙең һөйләгәндәр менән тап килгәс кенә беҙҙе атмай - ярлыҡанылар!Баҡһаң, ул ныҡ яраланған ,шулайҙа көс - хәл менән әйләнеп ҡайтҡан!Әгәр ул һалдат урмандан бер нисә минутҡа һуңлап сыҡҡан булһа ...Ул сағында һин тыумаған булыр инең, улым...
Мин һуғыштан үҙемдең сослоғом,таһыллығым, ауыр мәлдә лә ғәҙел булырға тырышыуым арҡаһында иҫән ҡайта алдым...
Ғаззали батыр тәүге тапҡыр көрәш майҙанына 15 йәшендә сыҡһа ,ә һуңғы тапҡыр ул 62 йәшендә район һабантуйында көрәшеп , беренсе урынды яулай.Атайым 1977 йылдың 5 апрелендә 67 йәшендә вафат булды.Ҡәбер ташында шундай юлдар яҙылған: " Көрәш майҙанында арҡам ер күрмәне..."Был бер ҙә арттырыу түгел , ә ысынбарлыҡ .Һуғыштан яраланып ҡайтһа ла ул бик ғәйрәтле ине.Хәлһеҙләнеп йығылған аттың бауыр аҫтына инеп, күтәреп торғоҙғанын,косилканы күтәреп ултыртҡанын,юлда батып ултырған машинаның аҫтына һайғау тығып , водителдең тәгәрмәс аҫтына таҡта түшәгәнсе күтәреп торғанын ауыл ҡалҡы әле лә иҫләй.
Атайымды - көрәш батыры һәм һуғыш ветеранын,күптән инде гүр эйәһе булыуына ҡарамаҫтан яҡташтары онотмайҙар. 1992 йылдан алып ,Хәйбулла районы тәҡдиме менән ,Ғаззали батыр призына мәктәп балалары араһында район - ара, шулай уҡ ололар өсөн республика кимәлендә милли көрәш буйынса бәйге үткәрелә.Аҡъяр ауылының бер урамына : Ғаззали Үтәшев исеме бирелде.
Миңнур олатай Салауатов - атайымдың балалыҡ дуҫы, шулай уҡ һуғыш ветераны,атайым менән йәш саҡтарында уҡ һүҙ ҡуйышҡандар: - " Әгәр иҫән- һау пенсия йәшенә етһәк ,алла бирһә,икәүләп йүгереп ярышырбыҙ" - тип.Әйткән һүҙ - атҡан уҡ!Бер көндө ике пенсионер ауыл халҡын ғәжәпкә ҡалдырып ,ялан аяҡ, ялан баш көйө,кемуҙарҙан ауыл урамын ике тапҡыр йүгереп урап үтә.Финишҡа ла улар ,ике фронтовик бергә килеп етә! Бына бит ул сәм тигәнең нимә эшләтә! Ә атайым бик тә сәмле кеше булды.