Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52

балалар афишаһы

Балалар тормошонда театр

“Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, ни яҙһаң - шуны күрерһең ”, тиҙәр халыҡта. Бала тәрбиәләүҙә, уның шәхесен үҫтереүҙә мәҙәниәт усаҡтарының, шул иҫәптән театрҙарҙың да роле ғәйәт ҙур. Сәхнәләге сағыу уйындан, байрамса тамашанан балалар ысын мәғәнәһендә ҙур кинәнес ала, шатлыҡ кисерә. Кескәйҙәр нескә күңелле, ышаныусан тәбиғәтле, спектаклдәге төрлө ваҡиғаларҙы ихлас ҡабул итә. Улар образдарға бик һиҙгер: оҡшай икән, тамашаны һис тауышланмай, йә киреһенсә, үҙҙәренең эскерһеҙ тойғоларын белдереп, бөтә күңелен биреп ҡарай. Шуға күрә лә балалар, үҙҙәренең образлы фекерләү рәүешенә ярашлы, спектаклдәге персонаждарҙы, музыка, сәхнә биҙәлешен, һүҙҙәрҙе, ғөмүмән,сәхнәлә барған бар күренештәрҙе сағыуыраҡ һәм дөрөҫөрәк итеп ҡабул итә.

Спектакль балаларҙың аң - зиһенен байыта, улар сәхнәлә күргәндәрен дуҫтарына, ата - әсәләренә һөйләргә ашыға, шулай итеп, үҙҙҙәре лә һиҙмәҫтән, телмәрен үҫтерә, аралашыу тәжрибәһен арттыра, образлы фекерләргә өйрәнә.

Йәш тамашасыларҙың эстетик зауығын арттырыу - балаларҙың театрға йөрөүенең ниндәй кимәлдә ойошторолоуына ла бәйле.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының балалар өсөн спектаклдәре.

1. “АЛТЫН АСҠЫС”. Музыкаль мажара. (“Буратино” А.Толстой, реж. – А.Абушахманов, музыкальное приключение).

2. “МАУГЛИ”. Джунгли китабы. (“Маугли” Р.Киплинг, реж. – И.Казакбаев, книга джунглей)

3. “Юл билдәләре - беҙҙең дуҫтар” (“Дорожные знаки – наши друзья” авт. и реж. постановки – А.Абушахманов, интерактивная сказка для детей, обучающая правилам дорожной безопасности) һәм “Ут - уйынсыҡ түгел ! » интерактив әкиәте (“Человеку – друг огонь, только зря его не тронь” , А.Янбеков, реж. – А.Янбеков, игра–сказка, обучающая детей правилам пожарной безопасности).

4. “СЕРЛЕ КӨРШӘК”. Хикәйәт. (“Мастер и Подмастерье” З.Биишева, Д.Каримова, реж. – А.Абушахманов, сказание).

5. “ҮҘ ЙӨРӘГЕҢДЕ ТЫҢЛА!” . Әкиәт. (“Снежная королева” Г.Х.Андерсен, реж. – А.Абушахманов, сказка)