Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
13ноябрь
ПРОМЕТЕЙ
Режиссерҙар

Илсур Ҡаҙаҡбаев

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының режиссеры

Башҡортостан Республикаһының Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2017)

Ҡаҙаҡбаев Илсур Юлай улы 2007 йылда Рәсәйҙең дәүләт академия Малый театр янында ойошторолған М.С. Щепкин ис. Юғары Театр Училищеһын (институтын) тамамлай, шул уҡ йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында актер булараҡ ижади эшмәкәрлеген башлай.

Рәсәй, сит ил һәм милли драматик әҫәрҙәре буйынса актер булараҡ үҙенсәлекле ролдәр ижат итте: Альфред («Балаҡайҙарым», А. Атнабаев), Азамат («Серле көршәк», З. Биишева), Роланд («Гусар-Ҡыҙ», Ф. Кони), Кавалер («Туй», А. Чехов), Студент («Әхмәтзәки Вәлиди Туған», Н. Асанбаев, А. Абушахманов), Вәли («Шәүрәкәй», М. Борағолов), Әсфәндиәр («Мулла», Т. Миңнуллин).

2008-2013 йылдарҙа Илсур Ҡазаҡбаев Рәсәй театр сәнғәте академияһының режиссерлыҡ бүлегендә уҡый (Т.В. Ахрамкова, Ю.В. Иоффе курсы).

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Ҡазаҡбаев И.Ю. режиссер ассистенты сифатында «Ҡыҙыҡ был тормош» (В. Шукшин), «Маугли» (Р. Киплинг) спектаклдәрен ҡуйыуынҙа ҡатнаша. Театрлаштырылған тамашалар һәм концерттар, балалар өсөн Яңы йыл программаларының һәм ижади кистәренең режиссеры.

2013 йылда Илсур Ҡазаҡбаев Валентин Красногоровтың «Аяуһыҙ һабаҡ» әҫәре буйынса «EXPERIMENT» спектаклен сәхнәләштерә (диплом эше).

2013 й. - «Аяуһыҙ һабаҡ» (В.Красногоров)

2014 й. - «Мин - ҡатын-ҡыҙ» (Т.Миңнуллин, бишек йыры)

2014 й. - «Итекле бесәй» (Ш.Перро, В.Ганзенко, әкиәт)

2015 й. - «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» (А.Волков, әкиәт)

2015 й. - «Хыялға ҡаршы» (А.Баймөхәмәтовтың повесы буйынса, А.Ишбулдина, И.Ҡаҙаҡбаев инсценировкаһы, героик булмаған хикәйә) - 2017 йылда «КОЛЯДА-PLAYS» ХI Халыҡ-ара театр фестивалендә «Хыялға ҡаршы» спектакле өсөн Илсур Ҡаҙаҡбаев «Иң яҡшы режиссер эше» номинацияһында призға лайыҡ булды.

2016 й. - «Диңгеҙ. Утрау. Хазина» (Д.Сәлимйәнов, пираттар тарихы)

2017 й. - «Һөйәһеңме - һөймәйһеңме...» (Ф.Бүләков, трагикомедия)

2017 й. - «MOUSE STORY» (Д.Урбан, әкиәт)

2018 й. - «Прометей» (М.Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» пьесаһы буйынса)