Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52

Яңылыҡтар

ХӨРМӘТЛЕ МАТБУҒАТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театыр үҙенең яңы 98-се  ижад миҙгеле асылыуы уңайынан  26 сентябрь 13.00  сәғәттә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы конференц-залында ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯ уҙғараға. Барығыҙҙы ла сараға саҡырабыҙ Белешмә өсөн телефон: (347)272-39-30, Эльвира Исҡужина

Тулыраҡ
28 СЕНТЯБРҘӘ ТЕАТР МИҘЕГЕЛЕН АСАБЫҘ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең 98-се ижад миҙгелен 28 сентябрҙә "Нәркәс" (И.Йомағолов, реж. И.Ғиләжев) спектакле менән аса. Йола буйынса ҙур сәхнәләге тамашаға тиклем, театр алды майҙанында концерт программаһы әҙерләнгән. Быйыл беҙҙең байрамға Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто ла ҡушылды. 17.00 сәғәттә театр алдындағы майҙанда милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре, художестволы

Тулыраҡ
«ТЕАТР ТӨНӨ»НДӘ ЙӨРӘКТӘР ҠАУЫША

Башдрамдың "Театр төнөндә" меңдән ашыу тамашасы ҡатнашты. Киске сәғәт алтыла театр майҙанында әкиәт геройҙарыбыҙ бәләкәй балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар уйнатып, уларҙы йырлатып, бейетеп, күңелдәрен күтәрҙе. Һуңынан бар халыҡ театр алдында иҫтәлеккә фотоға төштө. Икенсе ҡаттағы фойела театрыбыҙҙың оркестры, Урал Иҙелбаев, алып барыусы артисыбыҙ Сәғиҙулла Байегет һәм йырсы артистар сараға килгән тамашасыларыбыҙҙың кәйефтәрен күтәреп, йәнле аралашыу,

Тулыраҡ
ТЕАТР КОЛЛЕКТИВЫ ЫРЫМБУРҒА ГАСТРОЛДӘРГӘ ЮЛЛАНДЫ

Яңы 98-се ижад миҙгеле асылыр алдынан Ырымбурға ижади сәфәр! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Ырымбур ҡалаһына гастролдәргә юлланды. Спектаклдәр Ырымбур дәүләт өлкә музыкаль комедия театры сәхнәһендә күрһәтелә. Яҡындарығыҙға, таныштарығыҙға хәбәр итегеҙ - спектаклдәргә рәхим итһендәр.

Тулыраҡ
«САМРАУ» балалар студияһы йәш таланттарҙы көтә!

Ҡәҙерле дуҫтар һәм атай-әсәйҙәр! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры эргәһендә, уңышлы эшләп килгән балалар театр студияһы быйыл да ишектәрен асты! Әгәр ҙә һеҙ ҡыйыу, ирекле, аралашыусан булырға теләһәгегеҙ, беҙгә килегеҙ! Һеҙҙе: Актерлыҡ оҫталығы Вокал Сәхнә телмәре һәм бейеүҙәр көтәсәк. 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙы саҡырабыҙ. Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр: дүшәмбе һәм кесе

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ» ФЕСТИВАЛЕН ЯБЫУ ТАНТАНАҺЫ

VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале — барлыҡ театрҙарҙы берләштергән Өфөләге ҙур мәҙәни сара тамаланды. Еңеүселәр 11 номинацияла билдәләнде, шуға өҫтәп фестивалдең махсус приздары һәм дипломдары тапшырылды. Еңеүселәргә приздар түбәндәгесә бүленде: «Иң яҡшы спектакль» - «Антигона» спектакле (Ж.Ануй, реж.Ф.Бикчантаев) М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Иң яҡшы режиссер эше» - «Дон Жуан» спектакле өсөн

Тулыраҡ
Рөстәм Хәмитов VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашыусылар менән осрашты

12 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең театр сәнғәте эшмәкәрҙәре, VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары менән осрашты. —  Беҙ барыбыҙ ҙа туғандар, бер-беребеҙгә кәрәкбеҙ, — тип билдәләне республика Башлығы. — Мәҙәниәт – нигеҙҙе тәшкил итә, мәҙәниәтһеҙ алға барыу мөмкин түгел. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, 2016 йылда республика театрҙары тамашаларын 1

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ». 7-CЕ КӨН

13-сө сентябрь, шаршамбы. Фестиваль уңышлы дауам итә. «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивалендә ҙур тәжрибә тупланды, оҫталыҡ дәрестәре файҙалы үтте, - тиҙәр килгән ҡунаҡтар. Көндөҙ «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Рәсәй» медиаүҙәгендә «Мәҙәниәт диалогы» темаһына матбуғат конференцияһы үтте. 19.00 сәғәттә, Башҡортостан Республикаһының Рус дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Ҡаҙағстан «Жастар» театры Николай Гогольдең «Ревизор» комедияһын күрһәтте. Театрҙың Художество

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ». 6-CЫ КӨН

Фестиваль ғәҙәттәгесә кисә булған Әзербайжан дәүләт Йәш тамашасы театры «Cəza» («Яза») спектакле һәм Ҡ.Кулиев исемендәге Балҡар дәүләт драма театрының спектакле «Тормош-күтәрелеү» спектаклдәре хаҡында фекер алышыуҙан башланып китте. Сәғәт 12-лә Актерҙар йортонда түңәрәк өҫтәлгә йыйылдылар. Рәсәй федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзалары Фестивальдә ҡатнашыусы театр етәкселәре Исрафилов Р.В., Манджиев Б.Н., Корчак М.М. менән осрашыу уҙғарҙы. Осрашыу ваҡытында

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ». 5-CЕ КӨН

Өфөлә төрки телле театрҙарҙың VI Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале көндән-көн күләмлерәк, йөкмәткеле була бара. Шулай итеп, бөгөн 14.00 сәғәттә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының конференц-залында фәнни-ғәмәли «Театр һәм Төрки телле мәҙәниәттәр диалогы» конференцияһы уҙҙы. Был конференцияға махсус ҡунаҡ та саҡырылған: Голдсмит университеты профессоры Мария Шевцова (Лондон, Бөйөк Британия). Бөйөк Британияның театр тәнҡитсеһе был конференцияла ҡатнашыусыларға, жюри ағзаларына,

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ». 4-CЕ КӨН

«Туғанлыҡ» дауам итә. Дүртенсе көндә лә, йола буйынса иртән театр тәнҡитселәре үткән спектаклдәр тураһында фекер алышты. Кисен Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театр сәхнәһендә Альбер Камюның (Зөһрә Бураҡаева тәржемәһендә) конкурстан тыш «Калигула» спектаклен ҡараны. Шулай уҡ Өфө «Нур» театрында Дағстандан Ноғай драма театры сығыш яһаны. Федерико Гарсиа Лорканың «Бернарда Альба йорто» тип исемләнгән спектаклен тәҡдим

Тулыраҡ
«ТУҒАНЛЫҠ». 3-СӨ КӨН

Фестивалдең өсөнөсө көнө  Театраль йыйын менән башланып китте. Ҡунаҡтар һәм сарала ҡатнашыусылар Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы эргәһендәге яланда йыйылды.  Йола булараҡ ҡунаҡтарҙы Ҡырмыҫҡалы таланттары йыр һәм бейеү менән ҡаршы алды, республикала йәшәгән халыҡтарҙың милли аш-һыуы менән һыйланы. Йыйын һабантуй форматында ойошторолдо. Ҡунаҡтар төрлө спорт ярыштарында ҡатнашты. Мәргән уҡсы, арҡан тартыу, ҡатыҡтан тәңкә эҙләү, тоҡта йүгереү

Тулыраҡ