Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Ғүмер үҙе – серле, моңло, –

ти Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияhы лауреаты, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған шағирә Гөлфиә Юнысова.

Шағирәнең үҙ уҡыусылары менән күҙгә-күҙ осрашып, улар алдында ижад емештәре менән уртаҡлашып, шиғыр һәм йыр байрамдары үткәреү ике яҡҡа ла файҙалы һәм фәһемле матур бер йолаға әүерелде. Шағирәнең ижад юлына тағы ла бер ҡат байҡау яһарға Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһенә уның ижадташ дуҫтары, туғандары, яҡындары, шиғриәт һөйөүселәр 29 октябрҙә «Ғүмер үҙе – серле, моңло» тип аталған шиғриәт кисәһендә йыйыласаҡ.

Шиғриәт кисәһе, йыр-моңға үрелеп, автор башҡарыуындағы шиғырҙар шәлкеменән, Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә яҙылған йырҙар менән байытылып барасаҡ. Театрҙың төрлө быуын артистары: Гөлли Мөбәрәкова, Гүзәл Маликова, Минзәлә Хәйруллина, Илсөйәр Ғәзетдинова, Светлана Хәкимова, Нурия Ирсаева, Илдар Ғүмәров, Рәүис Заһитов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Сәғиҙулла Байегет, Азамат Ғафаров, Алһыу Ғәлина, Фирүзә Париж, Ирада Фазлаева, Артур Ҡунаҡбаев, Юнир Ҡолонбаев һәм башҡалар башҡарыуында халыҡ күңелен яулап өлгөргән шиғырҙарҙы һәм йырҙарҙы бүләк итәсәк. Кисәнең сценарий авторы һәм режиссеры — Хөрмәтулла Үтәшев.

Гөлфиә Юнысова – башҡорт балалар шиғриәтенең ғорурлығы. Уның матурлыҡ, яҡтылыҡ иленә саҡырып, балалар донъяһын, психологияһын нескә тойоп яҙған шиғырҙары – башҡорт балалар шиғриәтенең өлгөһө ул. Театрҙың «Самрау» балалар студияһы шуны дәлилләп матур сығыш әҙерләгән.

Шағирәнең күңеле түренән урғылып сыҡҡан уйлы-моңло юлдарын тыңлап, донъя мәшәҡәттәренән арынып, күңелгә дауа, йәнгә сихәт алып ҡайтырға саҡырабыҙ!