Яңылыҡтар

«Ғәфү ит мине!» — Белорет һәм Учалы райондарында

28-30 апрель көндәрендә И.Герман драмаһы буйынса «Ғәфү ит мине!» премьера спектакле менән Театр Учалы һәм Белорет яҡтарында булып ҡайтты. Спектаклдең режиссеры - Олег Ханов, рәссамы -Альберт Нестеров, композиторы - Ләйсән Шәрипова.

Сығыштар 28 апрель Белорет районы «Ассы» шифаханаһында булды һәм уны төрлө төбәктәрҙән Ассыға килеп ял итеүселәр ҡараны. Тамашасылар Мәскәү, Һамар, Төмән ҡалаларынан, шулай уҡ республикабыҙҙың төрлө райондарынан да бар ине. Спектакль бик йылы ҡабул ителде.

29 апрель «Ғәфү ит мине!» Белорет районының Сосновка ауылында күрһәтелде. Халыҡ бында ла бик ихлас булыуын тойҙо артистар.

30 апрель ошо уҡ спектаклде коллектив тулы залда Учалы ҡала Мәҙәниәт һарайында уйнаны. Ә кескәйҙәр өсөн «Юҡ утҡа аяу! Юлда бул уяу!» интерактив әкиәте күрһәтелде. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Алһыу Ғәлина - Ғафарова, Ирек Булатов, йәш артистка Милена Сираеваның уйыны һәр төбәктә лә ихлас ҡабул ителде. Учалы ҡала Мәҙәниәт һарайы директоры Завражин М.Ю. ҡала һәм район тамашасылары исеменән театрға ысын күңелдән рәхмәт әйтеп, тағы килеүҙәрен теләне. Театрҙың 95 йыллығы уңайынан ойошторолған ижади сәфәр уңышлы үтте.