Яңылыҡтар

«Ғәфү ит мине! » премьераһын алдан ҡарау (тапшырыу)*

2014 йылдың 21 февралендә 17:00 сәғәттә Башҡорт академия драма театрында Игорь Герман пьесаһы буйынса ҡуйылған /«Ғәфү ит мине!» мелодрамаһын алдан ҡарау була. Спектаклде тапшырыуға киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен, театр ижады менән яҡындан һәм даими ҡыҙыҡһынып, күҙәтеп барған театр һөйөүселәрҙе саҡырабыҙ. Фекер алышыу ябыҡ формала була. Премьера - 22, 28 февраль көндәрендә.

Спектаклдең авторҙары:

Ҡуйыусы - режиссер - Олег Ханов,

Ҡуйыусы – рәссам – Альберт Нестеров,

Композитор - Ләйсән Шәрипова

Спектаклдә: Сара Буранбаева, Алһыу Ғәлина-Ғафарова, Милена Сираева, Ирек Булатов, Илдар Ғүмәров, Ирада Фазлаева, Лилиә Ғәлина, Зилиә Халилова ҡатнаша.

... Ире бынан күп йылдар элек ҡулындағы сабый балаһы менән ҡатынын ташлап китә. Күп йылдар үткәс, көндәрҙән – бер көндө ул ҡатыны йәшәгән йорттоң ишеген ҡаға...

*Спектаклде тапшырыу - яңы спектаклде театрҙың художество советы алдында уйнау, фекер алышыу