Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Ғималетдин Минһажевтың тыуыуына – 130 йыл

Ғималетдин Минһаж улы Минһажев 1889 йылдың 21 майында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы) Иҙрис ауылында тыуа.

1918 йылдан Златоуст ҡалаһы драма түңәрәктәрендә уйнай. Бер йылдан гастролдә йөрөүсе Петроградтың Яңы драма театры сәхнәһендә М. Горькийҙың «На дне» спектаклендә Татарин ролен башҡара.

1920 йылдан Ғималетдин Минһаж улы Златоуст ҡала Советы труппаһы менән етәкселек итә, 1921 йылда — Красноярск татар драма һәм комедия театрында, ә 1922—1924 йылдарҙа Өфө театр труппаларында эшләй.

1924 йылда — Башҡорт драма театрында эшләй. 1924—1925 йылдарҙа Мәжит Ғафури менән берлектә күсмә театрға нигеҙ һалыу эшендә ҡатнаша.

Драматик һәләтле актёр, ҙур оҫталыҡ һәм тәьҫир көсө м‑н 400‑ҙән ашыу роль уйнай: Городничий («Тикшереүсе», Н.В.Гоголь), Йәнгилде («Башҡорт туйы»), Ҡарамырҙа («Ынйыҡай менән Юлдыҡай», Х.Ғ.Ғәбитов), Ишмырҙа («Ҡарағол», Д.Юлтый), Ғиззәтулла («Тальян гармун», Ғ.Ғ.Әхмәтшин) һ.б. Инан Әбделҡадир, В.Мортазин-Иманский һәм Д.Юлтыйҙың «Салауат һәм Пугачёв», Б.Бикбай һәм Ғ.Сәләмдең «Салауат», Инан Әбделҡадирҙың «Салауат батыр», Б.Бикбайҙың “«Салауат» спектаклдәрендә, «Салауат Юлаев» («Салават Юлаев»; «Союздетфильм» к/ст, 1941) к/ф Юлай Аҙналиндың үҙенсәлекле образын ижад итә.

Ғималетдин Минһажев — «Заман» һәм «Ялҡын» пьесалары авторы. 1952 йылда Өфөлә ул үҙенең актерлыҡ сәнғәте теорияһына нигеҙләнеп яҙылған «Минең тормошом. Хәтирәләр» тигән автобиографик китабын баҫтырып сығара. Актерлыҡ сәнғәте теорияһында ул тормоштоң өс сығанағы һәм сәхнә сәнғәтен булдырыусы өс башланғыс тураһында тасуирлай.

Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ  ордендары менән бүләкләнгән.

1955 йылдың 19 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була. Ҡыйғы башҡорт халыҡ театрына Минһажев исеме бирелгән, Өфөлә уның исеме менән урам аталған.

(Фотола: Ғималетдин Минһаж улы Минһажев  ҡатыны менән)