Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Ҡәләмдәрен ослай йәш драматургтар

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бер аҙнаға эксперименталь майҙансыҡҡа әйләнәсәк. Театрҙа хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы республика семинар-лабораторияһы уҙғарыла.
Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы театр эшмәкәрҙәре союзы, Башҡортостан Республикаһы хәҙерге заман драматургияһы үҙәге менән берлектә был сара инде икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Тәүге этаптарҙа семинарҙың эксперттары рәүешендә билдәле театр эшмәкәрҙәре: театр белгесе Валентина Федорова, драматург Фәрит Нәғим, режиссер Ольга Субботина (Мәскәү), театр белгестәре Галина Вербицкая, Динә Дәүләтшина булды. Быйыл йәй үткәрелгән этапта Рәсәйҙең билдәле театр белгестәренең береһе Павел Руднев семинарҙың милли театр үҫешендә булған мөһим өлөшөн билдәләп үтте.
Быйылғы семинарҙа режиссерҙар менән эште яҡташыбыҙ, режиссер Искәндәр Саҡаев етәкләй, авторҙар менән драматург Владимир Жеребцов эшләй. Драматургия өлөшөн Олег Ханов алып бара, пьесаларҙы театр белгестәре Айһылыу Сәғитова менән Рида Буранова анализлай. Семинар сиктәрендә мастер-кластар, ижади осрашыуҙар, тренингтар ойоштороу ҡаралған. Шулай уҡ семинарҙа ҡатнашҡан авторҙарҙың пьесалар йыйынтығының исем туйы ла үтәсәк.