Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ҠАҘАҒСТАНДА…

Ҡаҙағстанда Башҡортостан Автономияһының 100 йыллығына арналған саралар үтте. Башҡортостан делегацияһын, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев етәкләне. Был сәфәр тураһында Хөрмәтулла Ғаззали улы түбәндәгеләрҙе һөйләне:

«Башҡортостан Автономияһының 100 йыллығы уңайынан ойошторолған сәфәрҙең тәүге көнөндә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нурсолтанда төбәк башҡорттары түңәрәк өҫтәлгә йыйылды. Ул йыйында урындағы башҡорттарҙың эшмәкәрлектәре, пландары, милли рухты үҫтереү, телде һаҡлау хаҡында асыҡтан — асыҡ һөйләшеүҙәр булды. Сарала Рәсәйҙән дә ҡатнашыусылар булды.

Ә икенсе көндө ҡала уртаһында урынлашҡан «Жетысу» паркында Учалы филармонияһы артистары ҡатнашлығында «Йыйын» байрамы үтте. Урындағы башҡорттар ҙа әүҙемлек күрһәтте, уларҙың ғәиләләре менән байрамда ҡатнашыуы күңелдәрҙә йылы хис-тойғолар ҡалдырҙы». Шайморатов-генералдың тыуыуына 120 тулыуға арналған флэшмобта филармония артистары, делегация вәкилдәре һәм урындағы ҡоролтай ағзалары ҡатнашты.