Яңылыҡтар

Ҡаҙағстандан шатлыҡлы хәбәр

Ошо көндәрҙә театр Ҡаҙағстан Республикаһының мәҙәниәт министрлығынан 2014 йылдың 25-31 октябрендә Актау Урта Азия илдәренең V Халыҡ - ара театр фестиваленә саҡырыу алды. Хатта: « Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Урта Азия халыҡтары теарҙарының V фестивалендә ҡатнашыуы ике ил халҡы араһындағы мәҙәни бәйләнештәрҙе тағы ла нығытыр ине», - тиелә. Саҡырыуҙы ихлас ҡабул итеп, театрҙың художество советы был фестивалгә « Руди- NEVER OFF...» (Рудольф Нуриевтың ғүмер миҙгелдәре. А.Абушахманов) спектаклен алып барырға ҡарар итте.

руди