Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Ҡанатлы күңел

29 октябрҙә театрҙа шағирә Гөлфиә Юнысованың ижад кисәһе булды.
«Ғүмер үҙе – серле, моңло…» тип аталған кисәлә шағирәнең тормош асылы, йәшәү сере тирәләй уйланыуҙары нигеҙендә тыуған шиғырҙары, йырҙары яңғыраны. Театр артистары уҡыуында шағирәнең әһәмиәтле, уйландырғыс шиғырҙыры уғата зауыҡлы яңғыраны.
Гөлфиә Юнысованың сәхнәгә һәр сығыуынан замана ҡатын — ҡыҙы рухы, тормошто, кешеләрҙе яратыу хистәре, йәшлек дәрте бөркөлдө.
Кисәлә театр янында эшләп килгән «Самрау» балалар студияһы уҡыусылары ҡатнашты. Режиссеры – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев.