Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

Ҡазанда «Нәүрүз» театр — белем биреү Форумы тамамланды

Ошо көндәрҙә III “Нәүрүз” театр — белем биреү фестиваль-форумы тамамланды. Форумдың төп программаһының һуңғы көнөн “Актёрлык оҫталығы һәм практик режиссура” секцияһында белем алыусыларҙың сығыштары буйынса фекер алышу йомғаҡланы. Ҡатнашыусылар һәм педагогтар киләсәк форумдар уңайынан тәҡдим, теләктәрен әйтте.

2 июндә башланып киткән III “Нәүрүз” форумы сиктәрендә донъяның төрлө мөйөштәренән 15 педагог 36 семинар, 18 тренинг, 7 лекция үткәрҙе. Форумда 150 — нән артык кеше ҡатнашты. Башҡорт дәүләт академия драма театрынан форумға 4 кеше барҙы. Фестиваль — форум географияһы Австрия, Бангладеш, Белоруссия, Бельгия, Германия, Греция, Рәсәй, Словакия, АҠШ, Франция кеүек илдәрҙе лә иңләне. .

Фестиваль-форумдың белем биреү программаһы 5 секцияға бүленде: «Актёрлык оҫталығы һәм практик режиссура», «Режиссура теорияһы, сценография һәм музыкаль театр», «Бөгөнгө заман драма театры, менеджмент, пиар һәм ҡанундар», «Ҡурсак театры сәнғәте», «Театр тәнҡите».

III “Нәүрүз” театр — белем бирү фестиваль — форумы сиктәрендә ТӨРКСОЙ составындағы илдәрҙең дәүләт театрҙары етәкселәре Советы утырышы уҙҙы. Шулай ук Совет ағзалары ТР Мәҙәниәт министры менән осрашты. Форум ҡатнашыусылары һәм ҡунаҡтары иғтибарына П.А. Ойунский исемендәге Саха академия театрының “Хыялдағы зәңгәр диңгеҙ ярым”, “Олонхо” театрының (Саха — Якут Республикаһы) “Удаған ҡыҙҙар” һәм Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының “Йәйҙең бер көнөндә”, “Банкрот”, “Мулла” спектаклдәре тәҡдим ителде.

Форумда ҡатнашыусы М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш рәссамы Альбрет Нестеров әйтеүенсә, сара юғары кимәлдә ойошторолған. «Театр әһелдәре өсөн бик кәрәкле фестиваль. «Нәүрүз», иң беренсе, театрҙар аралашыуы, яңы идеялар, эҙләнеүҙәр юлы. Ғ.Камал театрының Форумды ойоштороу йәһәтәнән эшмәкәрлегенә һоҡланмау мөмкин түгел, мастер — кластар бик фәһемле булды. Яҡут театрының, Ғ.Камал театрынынң спектаклдәрен ҡарау бәхете тейҙе. Яңы уй — фекер, хыялдар менән тулып, дәртләнеп ҡайттыҡ Ҡазандан», — ти рассәм.

Йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев әйтеүенсә, режиссурала яңы, заманса фекерҙәр ишетеү, йәштәр менән аралашыу үтә лә файҙалы. Бындай форумдар бик кәрәк. Төрки донъяһы, мәҙәниәте бар яҡлап та бай. Беҙ ошо байлығыбыҙҙы тағы ла арттырырға, бер — беребеҙ менән бүлешергә, бер маҡсат менән йәшәргә тейешбеҙ.

Күҙаллауҙар буйынса, киләһе — дүртенсе форум Ҡазанда 2016 йылда уҙасаҡ.