Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«ҠОҘАСА» СПЕКТАКЛЕ — СӘХНӘЛӘ 15О-СЕ ТАПҠЫР!

15 ғинуарҙа «ҠОҘАСА» комедияһы 15О-СЕ ТАПҠЫР уйналасаҡ!
Драматург Б.Бикбай һәм композитор З.Исмәғилев ижад иткән музыкаль әҫәр драма театрҙарында ла уңышлы бара.
«Еңгә, еңгә — еңгә ул,
Еңгә һиңә тиң дә ул…
Әгәр ҡәҙерен белмәһәң,
Еңгә һиңә ен дә ул!», –
тип йырлап, «ярты еңгә — ҡәйнештеке!», тип, улы Басирға тол ҡалған оло килене Шәмсиәне димләп, ә үҙе йәш ҡыҙ Назаға өйләнмәксе Яппар ҡарт. Әммә уның хәйләһе барып сығырмы?
Геройҙарҙың дәртле уйын-йырҙары, оркестр, хор, халыҡсан юмор тормош хаҡында гүзәл йырға тиң, үлемһеҙ «Ҡоҙаса»ға тағы ла мәртәбә өҫтәй, бәҫен арттыра. Халҡыбыҙҙың музыкаль әҫәрҙәре араһында иң данлыҡлы, халыҡсан һәм популяр әҫәрҙе – «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһын режиссер А.Абушахманов сәхнәләштергән.
Спектакль 15 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй сәхнәһендә уйнала, башлана 19:00 сәғәттә.
Рәхим итегеҙ!