Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ҠОРБАН ҒӘЙЕТЕ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!

Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр!

Һеҙҙе бѳтә донъя мосолмандар берләшмәһенең изге байрамы — Ҡорбан ғәйете менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Мосолмандарҙың фатиха алған ошо кѳнѳндә, миллионлаған ғибәҙәт ҡылыусылар изге Арафат тауында Аллаһы Тәғәләгә маҡтау йырлап, ғибәҙәт ҡылғанда бөтә йөрәктән барлыҡ мосолмандарға Ислам дине нигеҙҙәрен һәм иман байлыҡтарын үҫтереүҙә тыныс һәм ижади хеҙмәт теләйбеҙ. Ҡорбан килтереү байрамы исламдың күп быуатлыҡ мәҙәниәтендәге йолаларҙы, мосолмандың иң яҡшы сифаттарын – миһырбанлыҡты, шәфҡәтлелек һәм рәхмәтле булыуҙы, рухи сафлыҡҡа һәм камиллыҡҡа ынтылышты сағылдыра.

Халыҡтар араһындағы  татыулыҡ,  төрлө милләт һәм дин вәкилдәре менән  әхлаҡлылыҡты һәм  йәмғиәт рухлылығын тергеҙеүҙәге берлектәге эш республикабыҙҙың лайыҡлы ҡаҙаныштарының береһе булып тора.

Ошо изге байрам көнөндә һәр берегеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар ихлас теләйбеҙ! Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!

Театр коллективы.