Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты УРАЛ МИРАС улы ИҘЕЛБАЕВ «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнде!

Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә именлеге, илһамлы тормош һәм уңыштар теләйбеҙ!
______________________
Кисә, 29 октябрь, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «90-сы йылдар төркөмдәре» тип аталған РЕТРО КОНЦЕРТ уҙҙы.

Унда Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова 90-сы йылдарҙа ҙур популярлыҡ яулап өлгөргән төркөмдәрҙең етәкселәренә «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» исемле юбилей миҙалдарын тапшырҙы.

Улар араһында «Аҡйондоҙ» төркөмө лә бар. «Аҡйондоҙ» төркөмөн ойоштороуға танылған композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Урал Иҙелбаев һәм күп йылдар беҙҙең театрҙа эшләп киткән актер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Азат Йыһаншин күп көс һала.