Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Ҡотлайбыҙ!

Республикабыҙҙың күренекле сәхнә оҫтаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Вәлитовҡа – 75 йәш! Юбилейың менән, сәхнәбеҙ аҡһаҡалы! Ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар, илһамлы тормош, ейәндәр шатлығы, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Заһир Суфиян улы 1940 йылдың 1 ноябрендә Күгәрсен районы Вәлит ауылында тыуған. Йомағужа урта мәктәбенән һуң, 1960 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, 1964 йылда Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эш башлай. 1970 йылда М. Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театрына күсә, ситтән тороп Өфө сәнғәт институтын тамамлай.
Аҡъегет, Дәрүиш («Ай тотолған төндә» М.Кәрим), Ильяс («Ал яулыҡлы тирәккәйем» С.Айытматов), Вәли («Тапшырылмаған хаттар» Ғ.Ҡотой), Сәғәҙиев («Ун өсөнсө председатель», «Һуңғы уҙаман» А.Абдуллин), Доменико («Илай белмәгән ҡатын» Э.де Филиппо) һ.б артисты ысын ижадсы итеп танытҡан ролдәрҙең бер нисәһе. «Тамашасыны үҙе кәүҙәләндергән образға ышандырырға, дөйөмләштереүҙәр яһарға маһир. Ул сәхнәлә фекерләй белә, бөтә жанрҙа ла берҙәй оҫта уйнай », — ти театр белгестәре Заһир Вәлитов хаҡында.
Заһир Суфиян улы милли драматургия әҫәрҙәрендә лә, классик пьесаларҙа ла бик күп ролдәр башҡарҙы. Н.Асанбаевтың «Һыу юлы» нда Йософ, Ф.Богдановтың «Юлдар күперҙә осраша» драмаһында Тимашев, Ә.Мирзаһитовтың «Ғүмер ике килмәй» драмаһында Хасбулат, Н.Нәжмиҙең «Ҡыңғыраулы дуға» трагикомедияһында Райман, А.Чеховтың «Апалы-һеңлеле өсәү» драмаһында Кулыгин һәм башҡа бик күп образдарҙы тамашасы әле лә һағынып иҫкә ала. М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса сәхнәләштергән «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар» спектаклендәге Шағир роле өсөн З.Вәлитов С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Заһир Суфиян улының һуғы йылдарҙа ижад ителгән — Фуат Көпрулю ( Н.Асанбаев, А.Абушахманов « Әхмәтзәки Вәлиди Туған»), Гәрәй (Н.Ғәйетбай «Бер мәл санаторийҙа»), Миһран (Р.Кинйәбаев «Әбейүшкә@(тущка) ru”), Булат (Х.Мөҙәрисова «Бәхет хаҡы») һ.б. тамашасыларҙың яратҡан геройҙары. Талантлы актер ябайлығы, ихласлығы, аралашҡанда ғәжәйеп мөләйемлелеге менән үҙенә ихтирам уятҡан ир уҙаманы ла.

VALITOV