Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Ҡотлайбыҙ!

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Роза Кәримованы ҙур

юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Бөтә ғүмерен, бар һәләтен башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүгә бағышлаған күренекле сәхнә

оҫтаһы Роза Шәйхетдин ҡыҙына йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, йәшлек дәрте, шатлыҡлы көндәр һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Башҡорт сәхнәһенең аҡсарлығы
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Роза Кәримоваға — 80 йәш

Башҡорт театр сәнғәтендә Роза Кәримованың ижады айырым урынды биләй. Тамашасы һәм сәхнәләштәре әлегә тиклем уның сағыу ижадына һоҡланыуын йәшермәй.

СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова:
«Курсташым Роза гүзәл ҡатын-ҡыҙ образдарын һоҡланғыс башҡарыуы менән бик күп тамашасыларҙың йөрәгендә урын алды. Ул сәхнә өсөн генә яратылған зат, тәрән тойғолар һәм ҙур оҫталыҡ менән башҡарған төрлө ролдәре бик күп булды, тамашсы уны һағына».
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Илсөйәр Ғәзетдинова:
«Мин театрға килгәнлә гитиссыларҙың сәхнәлә иң күп, иң әүҙем эшләгән мәлдәре ине, гитиссыларға мин мөкиббән ғашиҡ булдым. Беҙ уларҙың һәр эшен күҙәтеп барҙыҡ. Роза Шәйхетдин ҡыҙы менән артабанғы ижад, гастролдәргә йөрөүҙәр беҙҙе нығыраҡ яҡынайтты. Уларҙың театр мәктәбе беҙгә һәр ваҡыт үрнәк булды Һәм улар хаҡлы ялға киткәнсе матур ролдәр уйнаны. Ә ғаиләлә икең дә ижад кешеһе булып өлгөлө йәшәү — һоҡланғыс күренеш».

РФ-тың атҡаҙанған, БР-ҙың халыҡ артисткаһы Кәримова Роза Шәйхетдин ҡыҙы 1935 йылдың 7 ноябрендә Башҡортостандың Нуриман районы Иҫке күл ауылында тыуған. А.В.Луначарский Дәүләт театр сәнғәте институтын (ГИТИС) тамамлағандан һуң 1959-1989 йылдарҙа Мәжит Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрында, 1989-1995 й.й. Мостай Кәрим ис. Милли йәштәр театрында эшләй.
«Ҡунаҡхана хужабикәһе» (К.Гольдони) — диплом спектаклендә ул Мирандолина ролен башҡара, ә Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә беренсе роле -А. Арбузовтың «Эҙләнеү йылдары»нда Люси роле була. Был образдарҙы Р. Кәримова сағыу һәм һоҡланғыс башҡара. Ә һуңынан Роза Кәримоваға һәр артист хыялланған ролдәр – героинялар уйнау бәхете тейә, Был ролдәр күбеһенсә классик әҫәрҙәр буйынса, улар: Нина Заречная («Аҡсарлаҡ», А. Чехов), Джен («Мария Тюдор», В. Гюго), Джульетта («Ромео һәм Джульетта», У. Шекспир), Мария («Салауат», М. Кәрим), Ғилминур («Әсәләр көтәләр улдарын», Ә. Мирзаһитов), Анна Дмитриевна («Тере мәйет», Л. Толстой) һ.б. Роза Шәйхетдин ҡыҙы сағыу лирик, характерлы һәм комик ролдәрҙә лә йөҙөп уйнай. Мәҫәлән, : һүҙгә сос Маруся («Зимагорҙар», С. Мифтахов), намыҫһыҙ Надежда Коломийцева («Һуңғылар», М. Горький) һәм башҡалар. Роза Кәримова данлы гитиссылар быуынының иң сағыу, иң талантлы вәкилдәренең береһе. Бөтә ғүмерен башҡорт театр сәнғәтенә бағышлап, театр йылъяҙмаһында яҡты эҙ ҡалдырған сәхнә оҫтаһы.
«Миңә, актриса булараҡ, үҙебеҙҙең драматургтар араһынан Нәжиб ағай Асанбаев, Әнғәм Атнабаев, Мостай Кәрим, Ибраһим Абдуллин һәм башҡа авторҙар менән бик яҡын аралашып эшләргә тура килде. Ғөмүмән, заманбыҙҙың матур, эшсән, сабыр ҡатын – ҡыҙҙарын данлаған пьесаларҙа уйнауым менән бәхетле булдым», — ти актриса.

Роза_Каримова_3