Яңылыҡтар

Ҡотло булһын яңы миҙгел!

1 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 95-се — юбилей миҙгелен асты.

Миҙгел асыу тантанаһы 18.00 сәғәттә театр алдындағы майҙанда байрам концерты менән башланды. Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәүис Заһитов, Башҡортостандың халыҡ артистары Илдар Ғүмәров, Светлана Хәкимова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Алһыу Бәхтиева, Азамат Ғафаров яратҡан тамашасыларыбыҙға моңло йырҙарын бүләк итте. Концерттан һуң барыһы ла тамаша залында тиҙҙән башланасаҡ иң популяр һәм сағыу спектаклдәрҙең береһе - «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» (Т. Ғарипова) мюзиклын ҡарарға ашыҡты.

Академтеатр өсөн яңы башланған ижад миҙгеле бигерәк тә иҫтәлекле булмаҡсы. Олпат, ҙур коллективтың пландары, хыялдары ла юғары.

4-се октябрҙә донъя күрәсәк «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури повесы мотивтары буйынса инсц. авторҙары – Ш.Ғилманова, А.Абушахманов, режиссеры - Айрат Абушахманов) спектакле яңы ижад миҙгеленең көтөп алынған премьераларының береһе.

«Ҡара йөҙҙәр» менән бер рәттән «Әбейүшкә@тущка.ru» (Р.Кинйәбаев, режиссеры - И.Муллабаев) комедияһының да репетициялары бик ҡыҙыу бара. Был комедияның премьераһы 31 октябрҙә була.

Күптән түгел 95 йыллыҡ юбилейы уңайынан театрыбыҙ Ырымбур ҡалаһында гастролдәрҙә булып ҡайтты. Ә 8 октябрҙә Мәскәүгә юл ала, баш ҡала тамашасыһына иң сағыу спектаклдәрен тәҡдим итә. Улар: «Шәүрәкәй» (М.Буранғолов, реж. А.Абушахманов) музыкаль комедияһы, «Аҡ пароход» ( С.Айытматов, реж. О.Ханов) драмаһы, «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури, режиссеры А.Абушахманов), «Эдип батша» (Софокл, режиссеры И.Саҡаев) спектаклдәре һәм, әлбитттә, байрам бүләге - театрҙың юбилей тамашаһы.

Алдағы айҙарға ошондай пландар ҡорған театр әлеге көндә репетициялар, күрше өлкәләргә гастролдәр ойоштороу эштәре менән янып йәшәй.