Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

«…Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың» — театрҙа сағыу поэтик- музыкаль тамаша көтөлә

27 апрель – яҙҙың иң гүзәл бер көнөндә театрыбыҙҙа - Мәҙәниәт йылының тағы бер күркәм ваҡиғаһы - «...Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың» бай йөкмәткеле, сағыу поэтик- музыкаль тамаша көтөлә.

Тамаша билдәле шағирәләребеҙ- Тамара Ғәниева, Лариса Абдуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Тамара Искәндәрова, Гөлназ Ҡотоева, Зөлфиә Ханнанова шиғырҙарына һәм уларға яҙылған йырҙарға нигеҙләнә. Исемдәре үрҙә аталған билдәле шағирәләрҙең төрлө тәбиғәтле: уйсан, лирик, патриотик, романтик, юмористик һәм башҡа шиғырҙарын төрлө быуын артистары уҡыясаҡ, үҙҙәре үк ошо шағирәләрҙең әҫәрҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарасаҡ, йәғни, кисәлә әҙибәләрҙең ижадын төрлө яҡлап асыу, яңы шиғырҙарын халыҡҡа еткереү маҡсаты ла күҙ уңында тотола.

поэтик