Яңылыҡтар

«…Ҡыҙҙар моңо — моңо халҡымдың»

27 апрель - Театр сәхнәһендә «...Ҡыҙҙар моңо- моңо халҡымдың» тигән ҙур поэтик – музыкаль тамаша көтөлә. Исеменән үк күренеүенсә, унда билдәле шағирәләр, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡатын-ҡыҙҙары: Тамара Ғәниева, Лариса Абдуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева әҫәрҙәре һәм уларҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраясаҡ. Шиғырҙарҙы һәм йырҙарҙы театрҙың төрлө быуын артистары башҡара.

Ғәҙәттә, ҡатын- ҡыҙҙар шиғриәте күберәк һөйөү, мөхәббәт, тәбиғәт, ғаилә ҡиммәттәре хаҡында, тип иҫәпләргә күнеккәнбеҙ, әммә гүзәл заттар ижадын яҡындан байҡағанда уҡыусы уларҙа тормоштоң иң етди проблемаларын, йәмғиәттең иң сетерекле мәсьәләләрен күрә, халыҡ, милләт, киләсәк, ғәләм төшөнсәләре тирәләй тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙары бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Поэтик - музыкаль кисәнең төп маҡсаты ла шағирәләребеҙҙең ижадын халыҡҡа асығыраҡ ишеттереү, төрлө яҡлап асыу, тамашасыға шиғыр байрамы бүләк итеү. Проект авторы – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С. Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев.

поэтик