Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«ҠЫҘ УРЛАУ» — МИҘГЕЛДЕҢ ТӘҮГЕ ПРЕМЬЕРАҺЫ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» пьесаһы буйынса спектаклдең репетициялары башланды.  Спектакль Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Быйылғы 100-сө ижад миҙгеленең тәүге премьераһы тап ошо спектакль буласаҡ. Был пьеса беҙҙең театрҙа ла, республикабыҙ театрҙарында ла, башҡа төбәктәрҙә лә ҡуйылды, әле лә театрҙар репертуарында бара.

Спектаклдең режиссеры — Илсур Ҡаҙаҡбаев. Рәссамы — Альберт Нестеров.

Спектаклдең премьераһы 8 октябрь Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында күрһәтеләсәк.