Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«Ҡыҙыу ҡыш » һүрәттәр конкурсы

Эйе, эйе! Ҡыш, ысынлап та, бик ҡайнар булмаҡсы! Шулай булмай ни, беҙгә табан эҫе, ҡояшлы Африканан күңелсәк һәм шаян «Маймыл — 2016» исемле ҡунаҡ юлға сыҡҡан бит! Матур итеп ҡаршылайыҡ үҙен! Нисекме? Театрға, төрлө спектаклдәргә, артистарға арнап төшөрөлгөн һүрәттәрегеҙҙе беҙгә ебәрегеҙ (А3 форматы). Иң мөһиме, һеҙ ебәргән барлыҡ эштәр театр музейы коллекцияһында мәңгегә ҡалып, төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашасаҡ. Ә өс еңеүсе ошоға өҫтәп спекатклдәргә саҡырыу билеттары аласаҡ, әлбиттә, банан ҡушып! Һәм тағы бер нисә кеше дәртләндереү призына эйә буласаҡ.
Конкурста теләгән һәр кем — балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала. Эштәрҙе театрҙың ысын рәссамдары баһалаясаҡ!
Дуҫтар, Һүрәттәрегеҙҙе 25 декабргә тиклем килтерегеҙ, йә почта аша (450077, Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди урамы, 34 адресына) , йәки azalia78@inbox.ru электрон адресына ебәрегеҙ.
Барлыҡ эштәрҙе театрыбыҙҙың музей группаһында, социаль селтәрҙә ВКонтакте төркөмөндә (http://vk.com/bashdrammuseum) күрергә мөмкин.

«Маймыл- 2016»ны үеҙебеҙҙең талантыбыҙ менән ҡыуандырайыҡ!
Яҡынлашып килгән яңы йыл менән, хөрмәтле тамашасылар!

ukuVkrqsMPg