Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Һүрелмәҫ мөхәббәтем

Башҡорт сәхнәһенең һүнмәҫ йондоҙо Рәғиҙә Янбулатованың тыуыуына — 100 йыл. 1 декабрҙә театрыбыҙҙа ошо айҡанлы актриса, шағирә, драматург Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе була. Сарала Рәғиҙә Янбулатова уйнаған спектаклдәрҙән өҙөктәр, уның шиғырҙарына яҙылған популяр йырҙар, шиғырҙар яңғыраясаҡ. Кисәлә бөтә коллектив ҡатнаша.
«Рәғиҙә Янбулатова үҙенең йөрәк һүҙҙәрен кешеләргә иң тәүҙә драматик актриса булараҡ әйтеп бирә. Тик, бынан һуң да уның замандашарына әйтер һүҙе күп ҡала. Шунан ул был һүҙҙәрҙе былбыл тауышлы йыры аша еткерә. Рәғиҙә ханым яҡшы йырсы ла. Ул төрлө спектаклдәрҙә башҡарған ролдәрҙә (Ғәлиәбаныу, Ҡарлуғас, Таңсулпан, Ғәлимә һәм шуларға оҡшаш башҡа ролдәрҙә) йырлау менән сикләнмәй, йыш ҡына эстрада йырсыһы булып та сығыштар яһай, һәм бында ла тыңлаусының мөхәбәтен ҡаҙана. Ул халҡына һүрелмәҫ мөхәббәтен шиғырҙары аша ла еткерә»,— тип яҙғайны үҙ ваҡытында шағирәнең замандашы, ҡәләмдәше яҙыусы Ғәйнан Әмири.
Эйе, Рәғиҙә Янбулатова төрлө драматургтар әҫәрҙәрендә бик күп ролдәр башҡара. Тамашасы уны бигерәк тә лирик пландағы актриса булараҡ баһалай. Рус һәм сит ил классикаһынан: Максим Горькийҙың «Һуңғылар» әҫәрендә Софья Андреевна, Шекспирҙың «Отелло» трагедияһында Дездемона, Антон Чеховтың «Ваня ағай» пьесаһында Соня, Шиллерҙың «Мәкер һәм мөхәббәт»ендә Луиза, милли драматургиянан- Мирхәйҙәр Фәйзи, Хәбибулла Ибраһимов, Ҡадир Даян, Баязит Бикбай, Нәжиб Асанбаев, Ғабдулла Әхмәтшин, Ибраһим Абдуллин, Рафаэль Сафин һ.б. авторҙарҙың пьесаларында уйнай.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәғиҙә Янбулатова уҡыусыларға лирик шағирә булараҡ билдәле. «Елбәҙәк ҡарҙар», «Таныш моңдар», «Йөрәк йырҙары», «Аҡ сәскә атҡас балан», «Һынау», «Һау булығыҙ, сыңрау торналар» йыйынтыҡтарынан күп кенә шиғырҙарына композиторҙар Рәүеф Мортазин, Хөсәйен Әхмәтов, Таһир Кәримов, Бәхти Ғайсин, Сара Садыҡова, Абдулла Хәлфетдинов һәм башҡа композиторҙар тарафынан популяр йырҙар яҙылды.
Рәғиҙә Янбулатова композитор Рәүф Мортазин менән бергә Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы буйынса «Дауыл» операһына либретто ижад итте. Ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уңыш менән барҙы. Ә Рәғиҙә Янбулатова шиғырына композитор Хөсәйен Әхмәтов яҙған «Гүзәл Өфөм — баш ҡалам» йыры Өфөнөң гимнына әйләнде.

Рәғиҙә Йәнбулатованың тыуыуына — 100 йыл
Йөрәктән урғылған йырҙар…

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры музейы Әҙәбиәт йылына бағышлап, төрлө йылдарҙа театр сәхнәһендә ижад иткән сәнғәт әһелдәренең әҙәби эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Йыл әйләнәһенә Интернет селтәрендәге театрҙың төркөмөндә (http://vk.com/bashdrammuseum) режиссер һәм актерҙарҙың шиғырҙары, пьесалары донъя күрә барҙы. Бик күп талантлы актерҙарыбыҙ сәхнәлә генә түгел, шиғриәттә лә үҙ урындарын тапҡан. Шулар араһында күренекле актриса, драматург, шағир һәм тәржемәсе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һәм халыҡ РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы Йәнбулатова тынғыһыҙ сәхнә эшмәкәрлеге менән бер рәттән йәшлек йылдарынан уҡ әҙәби ижад менән шөғөлләнә. 1957 йылда уның «Елбәҙәк ҡарҙар» тип исемләнгән тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫтырыла. СССР яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителгәндән һуң нескә күңелле шағир артабан тағы ла бер нисә китабын нәшер итә.
1966 йылда донъя күргән «Йөрәк йырҙары» шиғырҙар китабы менән танышҡандан һуң, шағирәнең шул тиклем тормошто яратыуын, һәр бер күренеште күңеленә яҡын ҡабул итеп, йөрәге аша үткәреүен тояһың. Ана шул күңеленән, йөрәк түренән сыҡҡан хис-тойғолары, һағыштары менән бүлешә ул китабында. Рәғиҙә Йәнбулатова — лирик шағирә. Шиғырҙарында тәбиғәткә, яҡын кешеләренә, йәшлек дуҫтарына һөйөү, һағыныу, сафлыҡ бөркөлөп тора. Уларҙа диңгеҙ киңлектәренән осҡан аҡсарлаҡтар менән осрашаһың, ихласлыҡ менән ярҙарына бәргән тулҡындарҙы күҙәтеп, был-был һайрауына тын ҡалаһың… Шағирәнең шиғри юлдары көйгә һалына һәм ул халҡыбыҙ яратып башҡарған бик күп йырҙарҙың авторы булып таныла. Үҙе лә йырлай: «Моң минең булмышымдағы бөтә мөмкинлекте бергә тупланы ла ҡеүәтле бер көскә әйләндерҙе. Әгәр врач булһам, ауырыуҙарға мотлаҡ рәүештә йыр тыңларға ҡушыр инем. Иң яратҡан йырҙарын, туған моңдарын тыңлатыр инем. Һауығыуҙы күпкә тиҙләтер ине был сара. Йырҙан, моңдан айырылмағыҙ» тип ҡабатларға яратҡан ул. 60-сы йылдарҙа Рәғиҙә Йән¬бу¬латова шиғырына яҙылған популяр «Өфөм – баш ҡалам» вальсын белмәгән кеше бик һирәк булғандыр. Был йыр бөгөн дә олоһона ла, кесеһенә лә таныш һәм яҡын.
Тау башында балҡый бер ҡала,
Ул ҡала Өфө тип атала,
Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,
Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары.
Урамдары көҙгөләй асфальт
Эшсән халҡы күңелле һәм шат.
Ҡайҙа барһам, һиңә ашҡынам,
Ах, Өфөм, гүзәл һин, баш ҡалам!
Йәшлек темаһына арналған шиғырҙары үткәндәрҙе һағыныу тойғоларына һуғарылған. Уларҙы уҡып, комсомол сафында тәрбиәләнгән йәштәрҙең эштәре менән танышып, алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу уйы менән яна башлайһың. «Яҡын йортом» шиғырында ҡайнап, дәрте ташып торған йәштәрҙең ҙур маҡсаттар менән яныуын, һәр еңеүгә ҡайнар йөрәк менән барырға өйрәтеүсе комсомол саҡтарын хәтерләй.
…Эшсе йәштәр – эштән, уҡыусылар
Уҡыуҙан һуң һәр кис ашҡынып
Килә инек Комсомол йортона,
Данлар өсөн йәшлек ташҡынын…
Юғары хистәргә бай артист сәхнәлә һәр образды тик үҙенсә һынландырып, уны бар күңеле менән яратып, ҡабатланмаҫ итеп башҡара. М. Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһындағы Шәфәҡ ролен тәү тапҡыр нәҡ ул уйнай. «Шәфәҡ нуры» шиғырында бына нимә ти ул:
Уйнап Шәфәҡ килен ролен,
Рухым менән күккә аштым,
Йәшәрҙем бер мәлдә мин һәм
Йәшлегем менән хушлаштым.

Йәшлегемдең һуңғы нуры
Булды миңә Шәфәҡ роле,
Шәфәҡ нуры араһына
Инеп юғалды ул бары.

Шуға күрә киске шәфәҡ
Нурҙарына мин ҡараһам,
Йәшлегем, гүйә, йылмая
Шәфәҡ нуры араһынан.
Рәғиҙә Йәнбулатованың тормош юлдашы — башҡорт сәнғәтенең мәшһүр вәкиле, атаҡлы ир-уҙаман Арыҫлан Мөбәрәков. Уларҙың ҡыҙҙары Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова ла республикабыҙҙың ғына түгел, бөтөн ил сәнғәтенең яҡты йондоҙона әүерелә: башҡарған сағыу ролдәре өсөн ул 1990 йылда атаһы кеүек «СССР-ҙың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем менән бик тә нигеҙле баһалана. 1959 йылда яҙылған «Ҡыҙыма» шиғырынан әсәнең ҡыҙына ҡайнар мөхәббәте, наҙы, йылылығы тойола. Йәшлек йырым, гөлөм тип, был-был менән сағыштыра ул. Алдына килгән ауырлыҡтарҙы сабыр ҡабул итеп, сыҙам булырға, күҙенән йәштәр түгел, тик нурҙар балҡып тороуына изге теләктәр теләй.
…Яуһа боҙҙар, ҡупһа ҡойон,
Иҫһә елдең һалҡыны…
Сәскә кеүек аума ергә,
Сыҙам бул һин, алтыным!
Нескә күңелле, изге йөрәкле шағирәнең тәрбиәүи характерҙағы шиғырҙары ла байтаҡ. Мәҫәлән, «Тулҡындарға ҡаршы йөҙ» шиғырында ғәмһеҙ бала-сағаның Иҙел буйында һыу инеүҙәрен һүрәтләй. Уларға тормошто Иҙелдән дә киң, тип, тулҡындарын Урал тауҙарына тиңләй. Ҡурҡмайынса тулҡындарға ҡаршы йөҙөгөҙ, еңеү шул саҡта ғына киләсәк, белегеҙ! — ти ул. Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙының шиғырҙары тәрән тойғоло, нескә хисле һәм йөрәк түренән сыҡҡан, китабын да юҡҡа ғына «Йөрәк йырҙары» тип атамағандыр.

Фәниә ЮЛАНОВА,
театр музейы экскурсоводы

вечер_Памяти_Р.Янбулатовой_