Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ТӘНЗИЛӘ ХИСАМОВАНЫ ҠОТЛАЙБЫҘ!

Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың Указы (6.04.2021 й.) менән театрыбыҙҙың актрисаһы Хисамова Тәнзилә Динислам ҡыҙына “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы” исеме бирелде.

Театр коллективы Тәнзилә Динислам ҡыҙын ысын күңелдән ҡотлай һәм ныҡлы һаулыҡ, ижади үрҙәр, яңынан-яңы матур ролдәр, уңыштар теләй!

ТӘНЗИЛӘ ХИСАМОВА  Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, 1966 йылдан алып М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй.

Тамашасы актрисаны тәүге ролдәренән үк яратты. Таланлты актриса төрлө пландағы ролдәрҙе: лирик, драматик, көслө характерлы, комедия – барыһын да берҙәй оҫта итеп башҡара. Люба (“Өлөшһөҙҙәр”, А. В. Ульянинский, Н. С. Лесков), Нәркәс (“Нәркәс”, И. Йомағолов), Сәғәҙәт (“Һалдат улы” , А. М. Мирзаһитов), Сәлимә (“Шоңҡар”, Ә.Атнабаев), Надя, Полина (“Трибунал”, А.Макаёнок ),  Служанка (“Улар дүртәү”, Г.Запольская), Люба (“Әҙәмсә йәшәһәң ине”, Н.Терентьев), Сильва (“Хужа Насретдин” , Н.Иҫәнбәт), Ишбикә (“Шомбай”, К.Мәргән), Зиләйлүк (“Тилекәй”, Р.Сафин), Таңсулпан (“Таңсулпан”, Ҡ.Даян) һ.б. Артабанғы ролдәрендә Сарра (“Ивановтың фажиғәһе”),  Кәфиә (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, М.Кәрим), Айна (“Ҡыңғыраулы дуға”, Н.Нәжми), Асия (“Башҡорт туйы”, М.Буранғолов), Әсә (“Талаҡ, талаҡ!”, Ф.Бүләков), Гөлниса (“Рәйсә+Фәйзи”, Н.Асанбаев), Эльвира (“Шаршамбы, шаршамбы”, Т.Миңнуллин) Т.Хисамова ижадының төп үҙенсәлектәре күренде – башҡорт мәҙәниәтенә, йолаларына, сәнғәтенә тоғролоҡ, шул уҡ ваҡытта башҡа халыҡтарҙың сәнғәтен, әҫәрҙәрен хөрмәт, ихтирам менән башҡарыу. Тәбиғи таланты, импровизация һәләте Т.Хисамованы талғын ғына оло быуын ролдәренә алып килде: Йәнһылыу (“Их, кәләше лә кәләше!” Х.Зарипов), Балбикә (“Аты барҙың — дәрте бар” Н.Ғәйетбай), Аҡһылыу (“Ҡыпсаҡ ҡыҙы” А.Йәғәфәрова), Сәрби (“Башмағым” Х.Ибраһимов), Фәнүзә (“Бер мәл санаторийҙа…” Н.Ғәйетбай). Улар актрисаның киң ижади диапазоны хаҡындай һөйләйҙәр. Һуңғы уңышлы эштәренән Х.Мөҙәрисованың “Бәхет хаҡы” мелодрамаһында Әсә, М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” драмаһынан Ғилми, С.Айтматовтың “Аҡ пароход” спектакленән Ҡарсыҡ ролдәрен билдәләп үтергә мөмкин. Актриса икенсе пландағы ролдәрҙе лә юғары профессиональ кимәлдә башҡарып, төп роль дәрәжәһенә күтәрә.

Актирсаның ижадында һуңғы йылдарҙағы иң күләмле һәм көслө роле – Г.Яхинаның “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектаклендә Убырлы ҡарсыҡ образы. Был спектакль ҙур уңыштарға ҡаҙанып, Рәсәйҙең тиҫтәләгән ҡалаларында ҡуйылды, ҙур фестивалдәрҙә ҡатнашты. Тәнҡитселәр билдәләүенсә, Т.Хисамованың Убырлы ҡарсыҡ роле психологик тәрәнлеге һәм сәхнәлә көслө кәүҙәләнеше, күләмле, сағыу характеры менән таң ҡалдыра.

Т.Хисамова 2000, 2001-се йылдарҙа “Башҡортостан” ГТРК-һы төшөргән “Миҙал” фильмында һәм “Ай ҡыҙы” сериалында ҡатнашты. Актирса поэтик ижад менән дә ҡыҙыҡһына – “Шоңҡар” журналында уның лирик шиғырҙары донъя күрҙе.