Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

Һамар – Тольятти гастролдәре: ялҡынлы хистәр, яҡты иҫтәлектәр!

Дуҫтар янына «теплоход менән». Эйе, эйе, тап шулайыраҡ... Һамар менән Тольятти ҡалаһы тамашасыһына тәҡдим ителгән юморға бай, сағыу, күңелле, бай йөкмәткеле концерттың сюжеты - дуҫтар янына теплоход менән Ағиҙелдән Камаға, унан Волга тулҡындарын ярып барғандағы шаян ваҡиғаларға ҡоролғайны: театр коллективын Өфөлә Ағиҙел йылға вокзалынан иң шәп теплоходҡа ултыртып, ҡул болғап оҙатып ҡалалар. Вокзал администрацияһы, Тольяттила ашығыс эштәре булыу сәбәпле, коллектив менән бергә финанс министры урынбаҫары «С» ханымды ла ебәрә. Театр артистары ғәжәйеп тығыҙ графикта эшләгәнгә күрә (өҫтәүенә яңыраҡ ҡына премьера сығарылған ) был концертҡа репетиция яһарға ваҡыттары бөтөнләй ҡалмай. Шуға күрә «Йөрәк моңдарыбыҙ – дуҫтарға» концертына репетицияны иркенләп теплоходта яһарға ҡарар итәләр. Теплоход ҡуҙғалыу менән китә бер- бер артлы йырҙарҙы, бейеүҙәрҙе, спектаклдәрҙән өҙөктәрҙе ҡабатлау... Ә әлеге, министрлыҡтан ултырып алған ханым, төрлөһө төрлө спектаклдәрҙән кейемдәрҙә, ролдәрен ҡабатлап йөрөгән «сәйер әҙәмдәрҙе» һис аңламай, улаҙан хатта ҡурҡа... Тик барып етер саҡта ғына, барыһына ла төшөнөп, калькуляторын бер ситкә ҡуйып, хатта күңеле тулып, үҙе лә йырлап ебәрә... Теплоход Камаға етер саҡта матростың: «человек за бортом» тип ҡысҡырғаны ишетелә, ҡараһалар, арттан ҡолас ташлап йөҙөп, теплходты Сәғиҙулла Байегет ҡыуып етеп килә, имеш. Концертты алып барыусы Хөрмәтулла Үтәшев менән Сара Буранбаева уны күреп : «бына нисек хеҙмәт итергә кәрәк сәнғәткә, - тип һоҡлана... Концерт, ысынлап та, мауыҡтырғыс ине, тамашасы унан шатлыҡ хистәре һәм күтәренке рухта таралашты.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был яҡтарҙа сығыш яһау М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрына күп йылдар насип булмаған. Тыуған телде ишетеү, туған телдә йыр- моңдар тыңлыу, спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡарау Һамар ҡалаһы һәм өлкәһендә, Тольяттила йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн ҙур кинәнес булды. Һәр сығыш алҡыштарға күмелде. Коллективҡа рәхмәттәр әйтеп, ҙур хөрмәт менән оҙатып ҡалды театрыбыҙҙы урындарҙа эшләп килгән Башҡорт һәм Татар йәмәғәт ойошмалары - Ҡоролтай вәкилдәре, ҡалалар етәкселеге. Үҙ сиратында театрыбыҙ гастролдәрҙе ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн уларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Театрҙың 95 йыллығына бағышлап ойошторолған был күркәм һәм әһәмиәтле гастролдәр Мәҙәниәт йылының ҙур бер ваҡиғаһы булды.