Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ҺАУМЫ, 100-СӨ ИЖАД МИҘГЕЛЕ!

Кисә, 5 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 100-сө ижад миҙгелен «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович, реж. А.Абушахманов) спектакле менән асты.

Йола буйынса, яңы ижад миҙгелен асыу мәлендә театрҙың ижади коллективы Мәжит Ғафури, Арыҫлан Мөбәрәков һәм Мостай Кәрим һәйкәлдәренә сәскәләр һалды.

Байрам театр алдындағы майҙанда дауам итте. Театр артистары ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша уҙҙы. Тамашасылар алдында Алһыу Бәхтиева, Юнир Ҡоланбаев, Светлана Хәкимова, Артур Кәбиров, Ирада Ҡадырова, Сәғиҙулла Байегет сығыш яһанылар.

Спектакль тамамланғандан һуң театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин коллективты һәм тамашасыларҙы 100-сө ижад миҙгеле асылыу менән ҡотланы һәм миҙгелдең йөкмәткеле, төрлө кимәлдәге сараларға бай буласаҡ, тип әйтеп үтте.