Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

Һаумы, Аҡтау! Ҡаҙағстанға – Халыҡ-ара театр фестиваленә!

Театрыбыҙҙың Ҡаҙағстан Республикаһының мәҙәниәт министрлығынан 25-31 октябрҙә Аҡтау ҡалаһында уҙасаҡ Урта Азия илдәренең V Халыҡ - ара театр фестиваленә саҡырыу алыуы хаҡында алдан хәбәр иткәйнек инде. Хатта: «Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Урта Азия халыҡтары театрҙарының V фестивалендә ҡатнашыуы ике ил араһындағы мәҙәни бәйләнеште тағы ла нығытыр ине», - тиелгәйне. Саҡырыу ихлас ҡабул ителде һәм театрыбыҙ был фестивалгә «Руди-NEVER OFF...» (Рудольф Нуриевтың ғүмер миҙгелдәре) спектаклен алып барҙы. Бейеүсенең автобиографияһына, уның хаҡында замандаштарының һәм ижадташтарының иҫтәлегенә нигеҙләнеп ҡуйылған спектакль авторы – Айрат Абушахманов. Театр үҙенең «Руди – NEVER OFF” спектаклен данлыҡлы балет йондоҙо Рудольф Нуриевтың яҡты иҫтәлегенә бағышлай. Унда Р.Нуриевтың поезда тыуған осоронан алып ғүмере ахырынаса булған дәүер һүрәтләнә. Был күренештәр диалог, монолог, бейеүҙәр һәм пластика сәхнәләре, видеояҙмалар аша мауыҡтырғыс итеп күрһәтелә. Төп ролде – Рудольф Нуриев образын театрҙың йәш актеры – Урал Әминов уйнай.

Фестивалдә театрыбыҙ 29 октябрҙә Н.Жанторин исемендәге Манғыстау Өлкә музыкаль драма театрында сығыш яһай. Спектаклдән һуң тәнҡитселәр һәм жюри ағзалары менән фекер алышыу ҡаралған.

Фестивалде ябыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 30 октябрҙә була.