Яңылыҡтар

« Һаумы, Арыҫлан ағай, ҡайтыуың менән! ..»

“ Илдең, милләттең рухи көсөн, ҡеүәтен, кешелек донъяһында тотҡан урынын иң элек ошо халыҡтың ҙур аҡыл эйәләре, ҙур таланттары - илем, халҡым, тип йәшәгән ҡаһарман рухлы заттары билдәләй. Ә беҙ үҙебеҙҙең данлы ул һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы белергә, улар менән ғорурланырға тейешбеҙ, йәш быуын шул шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләнергә, фәһем алып үҫергә тейеш”. Р.Шәкүр.

 16 декабрҙә Өфөнөң Ленин исемендәге паркында СССР -ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл асылды. Был күренеш республика кимәлендә генә түгел, ә бөтә ил мәҙәниәтендәге оло ваҡиға. Ғөмүмән, артист һөнәренә эйә шәхестәр иҫтәлегенә таҡтаташтар асыу, барельеф, бюст ҡуйыу – йыш булмаһа ла, осрай, әммә ҙур һәйкәл асыу - донъя кимәлендә лә бик һирәк .

Ошо көндәрҙә республикабыҙ халҡы, Башҡортостан мәҙәниәте, күп һанлы тамашасылар бөтә ғүмерен һәм һәләтен башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүгә бағышлаған мәшһүр сәхнә оҫтаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 105 йыл тулыуҙы билдәләй.

«Арыҫлан Мөбәрәковтың туған халҡына, илебеҙ театр сәнғәтенә, милли мәҙәниәтебеҙгә ҡалдырған рухи мираҫы баһалап бөткөһөҙ. Ул ҙур сәнғәт әһеле генә түгел, етәксе, актив йәмәғәтсе, яҙыусы ла ине»,- тип билдәләне Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл асыу тантанаһында сығыш яһыусылар. Унда республикабыҙ йәмәғәтселеге, мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, шағирҙар, күп һанлы тамашасылар ҡатнашты.

Арыҫлан Мөбәрәков Белорет районының Ассы ауылында тыуған. Ата-әсәһенән йәшләй етем ҡалып 1919-1926 йылдарҙа Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә. Ә 1927 йылда яҙмыш уны Башҡорт сәнғәт техникумына алып килә Техникумда мәшһүр режиссер һәм педагогог, Башҡорт театрына нигеҙ һалыусы Вәлиулла Мортазин-Иманский класында уҡый. Уҡыуҙы тамамлағас Арыҫлан Мөбәрәковты яңы ойошторолған Икенсе Башҡорт Күсмә театрына (йәғни бөгөн уның исемен йөрөткән -Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай Башҡорт дәүләт драма театрына) режиссер итеп ебәрәләр. Художество яғынан Арыҫлан Мөбәрәков етәкселек иткән Икенсе Башҡорт Күсмә театры ике-өс йыл эсендә республиканың бик күп райондарын хеҙмәтләндерә, театр яңы ижади көстәр менән тулылана, яңы пьесалар ҡуйыла. Бер аҙҙан, коллектив нығынғас, Арыҫлан Мөбәроков режиссерлыҡ белемен камиллаштырыу өсөн Мәскәүгә китә. Мәскәүҙән ҡайтҡас яңы көс һәм илһам менән ижад юлын Башҡорт дәүләт академия драма театрында дауам итә. Төрлө йылдарҙа актер һәм режиссер булып эшләй, жудожество етәксеһе, директор, баш режиссер вазифаларын башҡара.

Ғүмеренең аҙағынаса -1977 йылға ҡәҙәр театрҙа хеҙмәт итә, ҡабатланмаҫ ролдәр башҡара.

Ленин ордены, «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнә, 1955 йылда уға СССР- ҙың халыҡ артисы тигән юғары исем бирелә, ә 1989 йылда, вафатынан һуң - Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты була.

Арыҫлан Мөбәрәков – сәхнә арыҫланы, милли ғорурлығыбыҙ, исеме беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәр.