Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Гөлнур Яҡупова: «Бөгөнгөнө бәйләп үткәндәргә, киләсәккә яҙам хәтер хатын, йөрәк антын…»

10 апрель көнө, 19.00 сәғәттә театрҙың Бәләкәй залында «Әҙәби тирмә» үтә — билдәле яҙыусы Гөлнур Яҡупова менән осрашыу була.
Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова — шағирә, яҙыусы, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлеге ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты.
Башҡортстандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим: «…Тел бәҫен тота белеү, сама тойғоһо, фекер асыҡлығы, сағыу буяуҙар — бөтәһе лә өлгөргән талант хаҡында һөйләй…», — тигән баһа биреп, йәш шағирә Гөлнур Яҡуповаға фатиха биргән.
Гөлнур Яҡупова үҙ йөҙө, үҙ стиле булған, фекер һәм хис гармонияһына өлгәшкән шағирә. Уҡытыусы белеменә эйә авторҙың балалар әҙәбиәтендә лә хеҙмәттәре бар, кескәйҙәр өсөн ул ҡыҙыҡлы һәм фәһемле китаптар яҙҙы. Ә инде Башҡортостандың «Ҡыҙыл китабы» фәнни баҫмаһынан сығып ижад ителгән «Ҡыҙыл китап аманаты» (2004,2006) исемле ике томлыҡтың, унда ингән хикәйәләр, әкиәттәр, йомаҡтар һәм шиғырҙар аша еткерелгән, нәфис әҙәбиәт теле менән һеңдерелгән тәрбиәүи нотоҡтоң әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Һуңғы араларҙа әҙибә өс романдан торған «Ҡатындар» исемле трилогия ижад итте.
Тел байлығы, образлы һүрәтләү маһирлығы, мауыҡтырғыс сюжеттар ҡороу һәләте Гөлнур Яҡупованың прозаһына тәм һәм ғәм бирә, уҡымлы итә.

 Якупова_