Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

«Әлифбанан бер себеш» — был юлы Карелияға

8 сентябрҙән 14 сентябргә тиклем Карелия Республикаһының баш ҡалаһы Петрозаводскийҙа «Лифт Карелия 14+» исеме аҫтында театраль-эксперименталь проект старт ала. Проектты ойоштороусыларҙың береһе – Карелияның Милли театры. Был мәртәбәле форумда М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров ҡатнаша. Ул «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк, режиссеры Л.Зайкаускас) моноспектакле менән 11 сентябрҙә сығыш яһай.

«Лифт Карелия 14+» театраль экспансия төрлө театр акциялары һәм фестивалдәрҙән ғибәрәт. Уның маҡсаты, тәү нәүбәттә, мәҙәниәтте «уятыу», Карелияның театр сәнғәтен үҫтереү.

«Әлифбанан бер себеш» монодрамаһы ҡатнашасаҡ «Йәш театр» Халыҡ-ара фестивале «Лифт Карелия 14+» проекты сиктәрендә уҙғарылған тәүге ҙур һәм күркәм ваҡиға. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Киров, Петрозаводск ҡалалары, Норвегия, Сербия илдәренән театр коллективтары ҡатнаша.