«Әлифбанан бер себеш» моноспектакле ҡуйыусы-режиссер Линас Зайкаускастың тыуған иленә сәйәхәткә йыйына.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 2014 йылдың 1-12 апрелендә Паневежис ҡалаһында (Литва) үтәсәк Х Халыҡ – ара моноспектаклдәр фестивалендә ҡатнашасаҡ. Был сараны, ғәҙәттәгесә, «МЕNAS» театры ойоштора. Башҡорт театры «Әлифбанан бер себеш» (А. Кивиряхк, режиссер – Л. Зайкаускас) спектакле менән 9 апрель көнө сығыш яһай.
Билдәле режиссер Линас Зайкаускас театрыбыҙҙа ике спектакль ҡуйҙы: «Әлифбанан бер себеш» һәм «Аҡ пароход» (С. Айытматов).
Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров башҡарыуындағы «Әлифбанан бер себеш» моноспектакле быға тиклем дә II «Арт-соло» халыҡ — ара моноспектакльдәр фестивалендә (Төнъяҡ Осетия, Владикавказ), » Таврия Мельпоменаһы» Халыҡ — ара театр фестивалендә (Херсон, Украина) ҡатнашып тамашасының һәм театр белгестәренең юғары баһаһын алғайны. Ә оҙаҡламай — Литвала ла үҙен һынап ҡараясаҡ.