Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«Әлифбанан бер себеш»кә күп кәрәкме?

А.Кивиряхктың «Әлифбанан бер себеш» моноспектаклендә күптән бындай хәл булғаны юҡ ине әле! Театрҙың Бәләкәй залы тамашасылар менән шығырым тулы булды. Халыҡ шау-гөр килеп, сәскә гөлләмәләре тотоп, тамашаны түҙемһеҙләнеп көтә. Шаршау артынан ипләп кенә спектаклдә төп һәм ерҙән бер ролде башҡарыусы Алмас Әмиров күҙәтә тегеләрҙе.
Өсөнсө ҡыңғырау сыңланы, тамашасыларҙан кеҫә телефондарын һүндереүҙәре һоралды, һәм сәхнәгә Мәүлит (Алмас Әмиров) сыҡты… Был кистә ул бигерәк тә ихлас, үтә лә бирелеп уйнаған һымаҡ тойолдо. Шулай булмай ни. Залда бит ябай тамашасы йыйылмаған. Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмировтың ижадына ғашиҡтар, уның яҡташтары, дуҫтары йыраҡ араларҙы яҡын итеп килеп еткәйне.
Сәғәт ярым барған спектаклде бер үҙе башҡарып сыҡҡан Алмас Әмиров спектаклдән һуң тамашасылар менән сәғәттән ашыу спектаклдә асылған һорауҙарға яуаптар эҙләп,  фекер алышты, аралашты. Был үҙе батырлыҡ түгелме?