Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Өфө-Ҡазан: гастролдәр дауам итә!

Өфөнән Ҡазанға 600 саҡырым тирәһе. Ошо араны бөтә коллектив менән нисә ҡабат үтте икән театрыбыҙ. Ошо оҙон юлда яҙғы тәбиғәтте күҙәтеп, ауыл, ҡалаларҙы иңләп, бөткөһөҙ мәшәҡәттәрҙән бер аҙға булһа ла арынып, ял итә — итә барыу үҙе бер күркәм ваҡиға булһа, коллективты икмәк -тоҙ менән ҡаршы алып торған коллегаларыбыҙ — Ғ.Камал театры етәкселеге һәм артистары менән осрашып күрешеү шатлығы күңелдәргә икеләтә шатлыҡ бирә. Быйыл да шулай булды, был күренеш инде сағыу йолаға әйләнгән: матур ҡаршыланы коллективыбыҙҙы ут күршеләр. Гастролдәрҙең рухи күтәренкелектә һәм эшлекле башланыуына, тимәк, бөтә шарттар бар. Һәр ваҡыттағыса күңелдәр – бер — береһенә асыҡ!
Гастролдәрҙе асыу тантанаһында ике республиканың мәҙәниәт министрҙары урынбаҫарҙары һәм ике турппаның күренекле сәхнә оҫталары ҡатнашты. Тантналы асыуҙа театрҙарҙың дуҫлыҡ- туғанлыҡ илсеһе булыуы, бөгөнгө йәшәйешебеҙҙә рухи бәйләнештәрҙең баһалап бөткөһөҙ роле тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Был кистә ике театр араһында туғанлыҡ хистәренең мөлдөрәмә тулы булыуы йәнә бер тапҡыр сағылыш тапты. Ә гастроль репертуарының тәүге спектакле «Шәүрәкәй» (М.Буранғолов) музыкаль комедияһында залда бер генә лә буш урын булманы, йәштәр һәм студенттар ултырғыстар ҡуйҙы…
4 апрель көнө Туфан Миңнулиндың «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» пьесаһы буйынса «Мин — ҡатын-ҡыҙ» бишек йырын айырыуса ҙур яуаплылыҡ тойоп, тулҡынланып уйнаны артистарыбыҙ һәм шуға шаһит булды: әҫәрҙең яңыса яңғырашы бер кемде лә битараф ҡалдырманы, шул иҫәптән театр тәнҡитселәрен дә. Ошо уҡ көндө киске сәғәт 9-ҙа Бәләкәй сәхнәлә барған Игорь Германдың «Ғәфү ит мине» мелодрамаһына ла өлгөрҙө күптәр.
5 апрелдә Ырымбурға спектакль ҡуйырға саҡырылған режиссерыбыҙ Айрат Абушахманов, эштәрен тамамлап, Ҡазанға килеп еткәйне, сөнки был көндө Камал театры сәхнәһендә тап ул сәхнәләштергән ике спектакль барасаҡ ине — «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури) һәм «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр» (Я. Пулинович) .
Бөгөн, йәғни 6 апрелдә көндөҙ «Итекле бесәй» (Ш.Перро) әкиәте, ә кисен бик күп тамашасылар көтөп алған « Бәхет хаҡы» (Х.Мөҙәрисова).
Ҡазан гастролдәре уңышлы дауам итә.