Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

Өфө – Паневежис (Литва) — Халыҡ- ара моноспектаклдәр фестивале тамам

Күптән түгел Литвала уҙғарылған (Паневежис ҡалаһы) Халыҡ-ара театр фестивалендә Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк, режиссер Л.Зайкаускас) моноспектакле ҙур уңыш ҡаҙанды. Спектакль 9 апрелдә ”MENAS” театры сәхнәһендә күрһәтелде. Төп ролде (бер генә роль) башҡарыусы - Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров.

« Паневежис – Литваның мәҙәниәт үҙәге,спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер Линас Зайкаускастың тыуған ҡалаһы. Ҡалала йәмғеһе 90 мең кеше йәшәй, 4 театр эшләй. Шуға ла бындағы тамашасы әҙерлекле һәм уларҙы нәмә менәндер шаҡ ҡатырыу мөмкин дә түгел кеүек. Әммә «Әлифбанан бер себеш» спектаклен бик йылы ҡабул иттеләр, спектакль тамамланғас килеп, эйе, Мәүлит кеүектәр беҙҙә лә бар, улар ҙа йәмғиәт тарафынан яҡланмаған тип, тәьҫораттары менән бүлештеләр. Литва тамашасыһы алдында уйнау айырыуса уңайлы булды. Режиссер Л.Зайкаускасты тыуған яғында бик ихтирам итәләр, яраталар. Линас Рәсәйҙең һәм донъяның күп театрҙарында спектаклдәр ҡуйған һәм уны донъяның алдынғы режиссерҙарының береһе булараҡ күп ерҙә беләләр, Зайкаускас үҙе лә дуҫлыҡ, туғанлыҡ илсеһе булып , төрлө республикаларҙы һәм театрҙарҙы берләштереүсе кеүек. Мәҫәлән, Литва газетаһына биргән бер интервьюһында Башҡорт акдадемия драма театры ижады, уның артистары, театрыбыҙҙың хөкүмәт хәстәрлеген тойоп йәшәүе хаҡында бик матур һүҙҙәр әйтә», - тип Фестивалдән алған тәьҫораттары менән ихлас бүлешә Алмас Хәдис улы.