Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

Өфөлә яҙ — «Театр яҙы» тантана итә!

20 апрель 18.00 сәғәттә - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры майҙанында тантаналы рәүештә «Театр яҙы» Республика фестивале асылды. «Театр яҙы» Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә тамашасылар, шулай уҡ киң йәмәғәтселек араһында ла билдәлелек яулаған абруйлы ижади проект. «Театр яҙы» сәхнә оҫталарының ғына түгел, тамашасыларҙың да ҙур байрамы. IX Республика фестивален асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Театр майҙанында был кисте ысын мәғәнәһендә күтәренке кәйефе, шатлыҡ хисе тантана итте. Фестивалде асыу кисенең иң тулҡынландырғыс ваҡиғаһы булып - театр коллективтарының парады һәм уларҙың коллективтарҙы берләштергән фестиваль флагы аҫтында импровизациялап үҫтергән «ағас»ҡа туҡыма киҫәге бәйләүе торҙо. Фестиваль гимны яңғыраны.

Артабан байрам театр сәхнәһендә дауам итте. Тамашасыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы фестивалдә ҡатнашыусы барлыҡ коллективтар, ойоштороусылар һәм ҡунаҡтар исеменән фестиваль директоры - театрыбыҙҙың художество етәксеһе Олег Ханов тәбрикләне.

Ойоштороусылар Башҡорт драматургияһы буйынса Театр фестиваленең 2017 - Рәсәйҙә иғлан ителгән экология, тирә - яҡ мөхитте һаҡлау йылында уҙғарылыуының икеләтә әһәмиәтен һәм был байрамдың театр сәнғәте йылъяҙамаһында ижади эҙләнеүҙәр, сәмле ярыш, яңы ҡаҙаныштар һәм уңыштар менән уртаҡлашыу, ысын мәғәнәһендә театр байрамы булып уйылып ҡаласаҡ, тип билдәләне. Һәм... сәхнәлә фестиваль сиктәрендәге тәүге спектакль – Салауат Башҡорт драма театрының «Ерҙәштәр» тормош хикмәттәре.

Ҡәҙерле тамашасылар, Өфө ҡунаҡтары! Баш ҡала театрҙары сәхнәләрендә аҙна дауамында барасаҡ (20-26 апрель) иң мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, заманса спектаклдәрҙе күреп ҡалырға ашығығыҙ!

DSC_4499 DSC_4493 DSC_4458 DSC_4425 DSC_4404 DSC_4371 DSC_4363 DSC_4268 DSC_4281 DSC_4307 DSC_4322 DSC_4339 DSC_4348 DSC_4355 DSC_4254

xqlvzI8ln28