Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ӘЛЛӘ ҠАТЫН, ӘЛЛӘ ЕН?..

Спектакль 1 сәғ. 30 мин. бара

«Ҡатын күңеле – ҡырҡ сыраҡ», — тип белмәй әйтмәйҙәр. Йәйғорло хистәре, матурлығы, һәм, әлбиттә, серле күңел донъяһы менән һәр кемде әсир итә алыр, ғәжәйеп тәбиғәтле бер ҡатын-ҡыҙҙың тормош миҙгелдәре һүрәтләнә әҫәрҙә. Һәр тамаша һайын ул яңы яҡтан асыла, халыҡ алдына яңы образда баҫа. Әммә, ирен «бөрөп тотҡан» яһил ҡатын булһынмы; яҙмышына күнеп, янында ғына йөрөгән бәхетен дә абайламаҫ эшлекле ханыммы; инде олоғайһа ла, һаман наҙ, һөйөү көҫәгән хыялый затмы; бар нәмәнән күңеле төңөлгән шағирәме – ул бәхеткә ынтыла, яҙмыштан оло бүләк көтә…