Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

100-СӨ ИЖАД МИҘГЕЛЕНЕҢ ТӘҮГЕ ФЕСТИВАЛЕ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры — «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премияһына лайыҡ булған, һуңғы миҙгелдәрҙә иң күп тамашасылар йыйған «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц.) спектакле менән 11-се сентябрҙән 19-сы сентябргә тиклем Чечен Республикаһының Грозный ҡалаһында уҙасаҡ Бөтә Рәсәй «Федерация» милли театрҙар фестивалендә ҡатнашасаҡ.

Быйыл «Федерация» фестивале беренсе тапҡыр уҙғарыла һәм ул Рәсәй театр эшмәкәрҙәре Союзы тарафынан Театр йылына арнап ойошторола. Беҙҙең спектакль Грозный ҡалаһының М. Ю. Лермонтов исемендәге рус дәүләт драма театрының сәхнәһендә 15 сентябрь көнө күрһәтеләсәк. Шулай уҡ фестивалдә Карелия, Татарстан, Хакас, Бүрәт һәм башҡа республикаларҙан ҡатнашасаҡтар.

Афиша: http://stdrf.ru/news/2313/