Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

100-СӨ МИҘГЕЛ!

5 сентябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 100-сө ижад миҙгелен “Зөләйха күҙҙәрен аса” (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц.) спектакле менән башлай. Бер быуатлыҡ тарихы булған театр менән бергә булырға саҡырабыҙ – ижади сәфәрҙәр, гастролдәр, ағымдағы репертуарҙа барған спектаклдәр һәм яңы сәхнә әҫәрҙәре көтә тамашасыларҙы быйылғы миҙгелдә. Өфөнөң йәме, халыҡтың ғәме булған театрыбыҙҙа һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ.

Билеттар — сайтта: http://bashdram.ru/repertoire?s_m=2019-09