Яңылыҡтар

13-СӨ ЙОМА КИС: ТЕАТР ТУРАҺЫНДА ӘҢГӘМӘ

"ТЕАТР+" проекты сиктәрендә 13 октябрҙә "Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр" спектакле тураһында фекер алышырбыҙ. Спектаклде Ярослава Пулинович пьесаһы буйынса Айрат Абушахманов сәхнәгә сығарған. Бала сағынан уҡ донъяның асы-сөсөһөн күп татыған Жаннаны тормош һынауҙары көслө характерлы, бай һәм уңышлы замана ҡатын-ҡыҙына әүерелдерә. Йәше күптән инде 50-гә яҡынлашҡан ханым үҙенән күпкә йәш кеше менән йәшәй, уның өсөн барыһын да эшләргә әҙер. Тик, бер көн егет, Жаннаны ташлап, күптән танышып йөрөгән ҡыҙы янына сығып китә. Ләкин матди ҡыйынлыҡтарға, тормош ауырлығына түҙә алмай, ул, йәш кәләше менән, сабый балаһын күтәреп, яңынан Жаннаның ишеген ҡаға… Спектакль 2016 йылда Екатеринбургта үткән «КОЛЯДА-PLAYS» Х Халыҡ-ара театр фестивалендә «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһы (Руслан Хайсаров Альберт роле өсөн) еңеп сыҡты.