Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

19, 20 декабрь — сәхнәлә мөхәббәт дастаны — «Йософ һәм Зөләйха»

Театрҙың «Йософ һәм Зөләйха» (Ҡол Ғәли, Юныс Сафиуллин инсценировкаһы) ҡиссаһы буйынса музыкаль легенда өҫтөндә эшләүе хаҡында тамашасыларыбыҙ хәбәрҙар. Бөгөн ошо күләмле, фәлсәфәүи, илаһи мөхәббәт дастанына репетициялдарҙың ҡыҙған мәле. Музыкаль риүәйәтте сәхнәгә ҡуйыусы – театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, музыка авторы – Урал Иҙелбаев. Ҡуйыусы- рәссам — Альберт Нестеров, хореография һәм пластика яғынан эшләүсе – Сулпан Асҡарова.
Йософ ролендә – Руслан Хайсаров. Зөләйханың төрлө йәштәге образын Лилиә Ғәлина, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева (йәш сағы), А.Ғәлина-Ғафарова, Э. Юнысова (урта йәштәге), Н.Ирсаева, И.Фазлаева (өлкән йәштәге) һынландыра.

Зөләйха (Зәйтүнәгә). Йософ тиҙәр, ник һаталар уны, кем ул?
Зәйтүнә. Әҙәм балаһына оҡшамаған бер ҡол.
Буйы тиһәң – буйы зифа, һылыу үҙе,
Йөзҙәре лә бик күрекле. нурлы икән,
Теле матур, саф шишмәләй, тоғро һүҙе,
Етмеш ике телде белгән ғалим икән.

Йософ, белеүебеҙсә, ислам пәйғәмбәре. Башҡаларҙан үзенең ғәҙәти булмаған матурлығы, сафлығы, сабырлығы һәм төштәр аңлатыуы менән айырылған. Уның ғүмеренә Ҡөръәндең 12-нсе сүрәһе бағышланған. Ҡөръәндәге ошо Йософ сүрәһенә нигеҙләнгән «Ҡиссаи Йософ» (Йософ китабы) — XIII быуаттың беренсе яртыһында Ҡол Ғәли тарафыннан ҡисса жанрында иҗад ителгән әҫәр.