Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

19 май — «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма» китабын халыҡҡа танытыу кисәһе

Башҡортостан мосолмандары өсөн шатлыҡлы ваҡиға - ошо көндәрҙә “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәтендә “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабы донъя күрҙе! Сүрәләрҙе шиғри юлдарға һалыусы - шағир, яҙыусы, журналист, сәсән, йыраусы, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, йәмәғәт эшмәкәре. Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты Мәүлит Ямалетдинов. Был изге эш менән әҙип 23 йыл буйына шөғөлләнә. Мәүлитбай Байгилде улы Илаһҡа һөйөү йөрөтөүсе, халҡына мөкиббән киткән шәхес. Ғалим, яҙыусы Рәшит Шәкүр авторға һәм уның хеҙмәтенә ҡарата былай ти: ««Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлтма» - уникаль баҫма. Был беҙҙең яңы дәүерҙәге тарихыбыҙҙа һәм рухиәтебеҙҙә баһалап бөткөһөҙ ҙур шатлыҡ һәм ҡыуаныс. Иманлы күңеле һәм илһамлы хеҙмәте менән халҡыбыҙға ошо шатлыҡты бүләк иткәне өсөн беҙ оло талант эйәһе Мәүлит Ямалетдинға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ».
19 майҙа театрҙа уҙасаҡ кисә лә ҡабатланмаҫ, изге рухта буласаҡ. Унда төрлө быуын артистары ошо китаптан сүрәләр уҡый, мөнәжәт әйтә, йырҙар йырлаясаҡ. Театр оркестры, Нурия Ирсаева, Илсөйәр Ғәзетдинова, Рәүис Заһитов, Светлана Хәкимова, Сара Буранбаева, Илдар Ғүмәров, Сәғиҙулла Байегет, Алһыу Бәхтиева, Гүзәл Маликова, Миңзәлә Хәйруллина, Гөлнара Әмирова, Рәзифә Динмөхәмәтова, Артур Ҡунаҡбаев, Юнир Ҡоланбаев һәм башҡа йәш артистар ҡатнаша. Йәмәғәтселек вәкилдәре, ғалим, яҙыусылар, шағирҙар сығыш яһай.
Быйыл Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов үҙенең оло юбилейын -70 йәшен билдәләй. Кисәлә юбилярҙы ҡотлауҙар ҙа буласаҡ.
Кисәнең режиссеры – Хөрмәтулла Үтәшев.
Инеү бушлай. 19.00 сәғәттә башлана.

55555555555555PQ