Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

21 март — «Ай …» ҙың алтын юбилейы М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» пьесаһының тәү тапҡыр сәхнә күреүенә — 50 йыл тулыуҙы билдәләү

21 март театрыбыҙҙа ябай көн түгел - бөгөн илебеҙ театр мәҙәниәтендә, милли сәнғәтебеҙ тарихында ҙур ваҡиға - бөтә театр йәмәғәтселеге, әҙәбиәт һөйөүселәр һәм меңәрләгән төрлө быуын тамашасылары Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһының тәүге тапҡыр сәхнәгә ҡуйылыуына - 50 йыл тулыуҙы билдәләй.

«Ай тотолған төндә» трагедияһы тәү тапҡыр М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 1964 йылдың март айында ҡуйыла.

Шуныһы ҡыуаныслы, һәр ҡуйылышта һәр театр һәм режиссер был үлемһеҙ әҫәрҙән яңы мәғәнә эҙләй һәм таба.

21 мартта буласаҡ заманса йүнәлештә сәхнәләштерелгән «Ай тотолған төндә» спектаклендә дүртенсе быуын актерҙары уйнай. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов.

Театрыбыҙҙың 95 йыллыҡ юбилейы һәм Мәҙәниәт йылында илебеҙ һәм донъя әҙәбиәтенең аҫыл өлгөһө, сәнғәтебеҙ ғорурлығы, халҡыбыҙ күңелендә нурлы ай булып балҡыған «Ай тотолған төндә» трагедияһының алтын юбилейын билдәләү беҙҙең өсөн икеләтә мөһим, тарихи ваҡиға. Был кистә тамашасыға төрлө йылдарҙа ҡуйылған «Ай тотолған төндә» спектаклдәренән фотоһүрәттәр, афишалар, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙән төҙөлгән күргәҙмә, Ильясова Роза Хәмит ҡыҙы алып барған лекция, ошо дата менән бәйле башҡа саралар тәҡдим ителә.