Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

22, 28 февралдә Театрыбыҙҙа миҙгелдең сираттағы – яңы йылдың тәүге премьераһы — «Ғәфү ит мине!» мелодрамаһы.

22, 28 февралдә Театрыбыҙҙа миҙгелдең сираттағы – яңы йылдың тәүге премьераһы - «Ғәфү ит мине!» мелодрамаһы. Спектакль замандашыбыҙ Игорь Германдың яңы пьесаһы буйынса ҡуйыла. Режиссеры - Олег Ханов, Рәссамы- Альберт Нестеров. Композиторы - Ләйсән Шәрипова .

Һәр кемдең бәхеткә хаҡы бар, кемдер тыуғанда уҡ бәхетле, ә кемгәлер ул һуңлабыраҡ килә. Килә, тик бер - береһенә насип парҙарҙың күңел ишектәре асыҡ булһын һәм улар көтә белһен, сабыр булһын, өмөттәре өҙөлмәһен. Йән әрнеүе һалған яҡынынан ғәфү үтенеп, сафланып китергә лә онотмаһа ине кеше...

Спектаклдә Сара Буранбаева, Илдар Ғүмәров, Алһыу Ғәлина - Ғафарова, Ирек Булатов, Милена Сираева ҡатнаша.