Яңылыҡтар

22 февраль — Театрыбыҙҙа Мәҙәниәт йылын асыу тантанаһы

22 февраль көнө - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән – 2014 – Мәҙәниәт йылын рәсми рәүештә асыу тантанаһы була. Был тарихи ваҡиғаға театр үҙенең яңы спектаклен - Игорь Герман пьесаһы буйынса «Ғәфү ит мине!» премьераһын бағышлай.

Cпектаклдең авторҙары:

Ҡуйыусы - режиссер - Олег Ханов,

Ҡуйыусы – рәссам – Альберт Нестеров,

Композитор - Ләйсән Шәрипова

Спектаклдә: Сара Буранбаева, Алһыу Ғәлина-Ғафарова, Милена Сираева, Ирек Булатов, Илдар Ғүмәров, Ирада Фазлаева, Лилиә Ғәлина, Зилиә Халилова ҡатнаша.

Был көндө, шулай уҡ, театр фойеһында Күргәҙмә эшләйәсәк, оркестр уйнаясаҡ, ҡыҫҡаһы, был көн тамашасының хәтерендә йылы тәъҫораттар ғына ҡалдырасаҡ.

прости меня