Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«Туғанлыҡ» фестивале үҙенең ҡунаҡтарын ҡаршылауҙы дауам итә

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале үҙенең ҡунаҡтарын ҡаршылауҙы дауам итә.

24 майҙа Өфөгә Рәсәй театрҙар эшмәкәрҙәре союзының милли театрҙар кабинеты рәйесе, Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзының секретаре, режиссер, Рәсәй Федерацияһының һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Борис Манджиев килде.

Төндә фестивалдең почетлы ҡунағы – Ҡырым Республика мәҙәниәт министры урынбаҫары, Ҡырым Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының сәнғәт эшмәкәре Исмет Аблятифович Заатов килеп етте.

Бөгөн, 25 майҙа, Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Төркиә делегацияһын ҡаршы алды. Унан һуң Өфөгә театр тәнҡитсеһе, сәнғәт белгесе, МХАТ мәктәп-студияһы профессоры Ольга Егошина килде.

Һәм дә бөгөн «Туғанлыҡ» фестивале үҙенең президентын, М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрының художество етәксеһен, Рәсәйҙең халыҡ артисын, Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың, Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрен, Рәсәй Дәүләт премияһы лауреатын Рифҡәт Исрафиловты ҡаршы алды.