Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ» ФЕСТИВАЛЕН ЯБЫУ ТАНТАНАҺЫ

VII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале — барлыҡ театрҙарҙы берләштергән Өфөләге ҙур мәҙәни сара тамаланды. Еңеүселәр 14 номинацияла билдәләнде, шуға өҫтәп фестивалдең махсус приздары һәм дипломдары тапшырылды.

Еңеүселәргә приздар түбәндәгесә бүленде:

«ИҢ ЯҠШЫ СПЕКТАКЛЬ» — Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе «ӨС ТАҒАН» (М.Кәрим, реж.А.Федоров) спектакле.

«ФЕСТИВАЛДЕҢ ПРЕЗИДЕНТЫ ПРИЗЫ» — ВИКТОР КОКОВ (Александр Топанов исемендәге Хакас милли драма театрының «Ҡарт һәм диңгеҙ» спектаклендә Ҡарт ролен башҡарған өсөн)

«ИҢ ЯҠШЫ РЕЖИССУРА» — АЙҘАР ЗАББАРОВ Татарстан Республикаһы Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар академия театрының «Тормошмо был?..» спектакле (Ғаяз Исхаҡи) өсөн

«ИҢ ЯҠШЫ СӘХНӘ БИҘӘЛЕШЕ» — Антон Федоров һәм Лилиә Сөләймәнова Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе «ӨС ТАҒАН») спектакле өсөн

«ИҢ ЯҠШЫ ИР-ЕГЕТ РОЛЕ» Искәндәр Хәйруллин (Татарстан Республикаһы Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар академия театрының «Тормошмо был?..» спектаклендә башҡарған Хәлим роле өсөн)

«СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова исемендәге ИҢ ЯҠШЫ ҠАТЫН-ҠЫҘ РОЛЕ» — Илгизә Ғилманова (Башҡорт драма театры актрисаһы «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г. Яхина, инсценировка авторы — Я.Пулинович, режиссер А. Абушахманов) спектаклендә Зөләйха башҡарған роле өсөн)

«ИКЕНСЕ ПЛАНДАҒЫ ИҢ ЯҠШЫ ИР-ЕГЕТ РОЛЕ» — Артур Ҡунаҡбаев («Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә башҡарған Зиновий Кузнец роле өсөн)

«ИКЕНСЕ ПЛАНДАҒЫ ИҢ-ЯҠШЫ ҠАТЫН-ҠЫҘ РОЛЕ» — Ниса Бакирова (Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе Башҡорт драма театрының «Өс таған» спектаклендә башҡарған Өләсәй роле өсөн)

«ИҢ ЯҠШЫ МУЗЫКАЛЬ СПЕКТАКЛЬ»  — Тыва Республикаһының Виктор Кок-оол исемендәге Милли музыкаль-драма театрының «Чадаган» спектакле өсөн.

«ИҢ ЯҠШЫ ХОРЕОГРАФИЯ» —  Ш.Хөсәйенов исемендәге Аҡмола өлкә ҡаҙаҡ музыкаль-драма театры (Ҡаҙағстан) В. Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» (реж. Д.Жумабаева) спектакле өсөн

СПЕЦПРИЗЫ «ЗА ОСВОЕНИЕ НОВОГО СЦЕНИЧЕСКОГО ПРОСТРАНСТВА И СПОСОБОВ КОММУНИКАЦИИ СО ЗРИТЕЛЕМ» — dOM  бойондороҡһоҙ театры «ЛИМБО» (реж. Т.Расулов) спектакле өсөн

СПЕЦПРИЗЫ «ЗА САМОБЫТНОСТЬ ТЕАТРАЛЬНОГО ЯЗЫКА» — Павел Кучияк исемендәге милли драма театры «ЧЕЙНЕШ» (П.Кучияк, реж.С.Потапов) спектакле өсөн

СПЕЦПРИЗЫ «ЗА СЛЕДОВАНИЕ ТРАДИЦИЯМ ПСИХОЛОГИЧЕСКОГО ТЕАТРА» — Бакен Кыдыкеева исемендәге Ҡырғыҙ дәүләт йәш тамашасылар театры «ҠОРОН» (Тунджер Джудженоглу, реж.Э.Ибрағимова) спектакле өсөн.

СПЕЦПРИЗЫ «ЗА МАСТЕРСТВО ТЕАТРАЛЬНОЙ ЭКСЦЕНТРИКИ» — МИХАИЛ КОНСТАНТИНОВ (Дионис Танасоглу исемендәге ғағауз милли театры «Ҡәҙерле памела» (Д.Патрик, реж. –Т.Мустафаев) спектаклендә башҡарған Сол Бозо роле өсөн)

Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзының махсус СПРЕЗПРИЗЫ Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хисамова «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә баҡарған Убырлы ҡарсыҡ роле өсөн

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының махсус СПРЕЗПРИЗЫ «За вклад в театральное искусство» — профессор Суфия Кусимова бүләкләнде.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының махсус СПРЕЗПРИЗЫ – Ҡырым татарҙары дәүләт академия музыкаль-драма театры һәм Хәсән Акарҙың BOSTANCI ART продюсер компанияһы (Төркиә).

Роман Шумном фотоһы