Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«Башҡортостандың театр тормошо йөҙ йылда» исемле күргәҙмә асылды

Бөгөн, 2019-сы йылдың 7 июнендә, Башҡортостан Республикаһының Милли архивында «Башҡортостандың театр тормошо йөҙ йылда» исемле күргәҙмә асылды. Күргәҙмә Рәсәй театрҙарының йөҙ йыллығына бағышланған.

Тантананы Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салават Юлаев исемендәге премияһы лауреаты Әхтәм Абушахманов һәм Башҡортостан Республикаһының Милли  архивы директоры Ғәлей Хәйретдинов асты.

Күргәҙмәлә Башҡортостан театрҙарына бағышланған уникаль материалдар бар, улар араһында: һирәк осрай торған фотолар, беренсе афишалар, беренсе тарихи шәхестәрҙең портреттары һәм башҡалар.

Тулыраҡ бында .