Яңылыҡтар

27 Март — Халыҡ- ара театр көнө! Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!

27 март көнө бөтә донъя театр әһелдәре профессиональ байрамдарын билдәләй. М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында байрам уңайынан тамашасыға «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы тәҡдим ителә. Театр һөйөүселәр артистарҙан төрлө сюрприз – бүләктәр аласаҡ, Фойела «Мин театрҙы яратам» конкурсы, спектаклгә билет отоу кеүек уйындар буласаҡ.

27 мартта (17.00 сәғәттән) музейҙың бер залында артистарҙың һәм театр хеҙмәткәрҙәренең художестволы эштәре ҡуйылсаҡ. Бында махсус белемгә эйә рәссамдар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнаша. Актер, рәссам - декоратор, бутафор, режиссер ярҙамсыһы һәм башҡа һөнәр эйәләре - оҫталарҙың һүрәттәре, ҡул эштәре һәр кемде ҡыҙыҡһындырырлыҡ.

Халыҡ - ара Театр көнөндә бергә булайыҡ, ҡәҙерле, дуҫтар!

фон