Яңылыҡтар

31 октябрь — премьера! Сәхнәлә — «Әбейүшкә@ (эт)тущка. ru » (Р. Кинйәбаев)

Пьеса менән танышҡанда йәш артистарҙың «Круто!», «Во, әбейүшкә!», «Супер!» тип үҙ-ара тәъҫораттары менән бүлешкәне хәтерҙә. Был заманса комедияла өлкәндәр һәм балалар, тормош, йәшәү ҡәҙере, бер-береңде ихтирам итә белеү кеүек мәңгелек темалар күтәрелә һәм пьеса, ысынлап та, бик көлкөлө, көтөлмәгән ситуацияларға, тамашасыны донъяһын онотоп көлөргә лә, уйланырға ла мәжбүр иткән сәхнәләргә бай булыуы менән бик ҡыҙыҡлы ине.

Ваҡиғалар түбәндәгесә. Бибисара әбей улы һәм килене менән ауылда донъя көтә, йәше өлкән булһа ла ҡул ҡаушырып ултырмай: әле картүф утай, әле мунса яға, әле гәзит уҡый... Күпме ғүмер ҡәйнә менән йәшәп килене унан ялҡып та киткән, ә икенсе яҡтан, йорттағы бөтә эште шул әбейүшкә бөтөрөп йөрөй, һис артыҡ түгел... Улы менән килене, ҡалала йәшәгән ҡыҙы менән кейәүе әсәләрен «һин ҡара», « юҡ, һин ҡара » тип бәхәсләшкәндә, өлгөр замана ҡарсығы үҙ яҙмышын үҙе хәл итеп тә ҡуя. Ә нисек? Быға һис кемдең башы етмәҫ!

Спектаклдең режиссеры – Илнур Муллабаев, рәссамы- Альберт Нестеров, музыкаль яҡтан биҙәүсеһе - Илшат Яхин. Ролдәрҙә: Заһир Вәлитов, Рәмзиә Хисамова, Илдар Ғүмәров, Эльвира Юнысова, Айһылыу Йомағолова, Фирүзә Аллаярова, Руслан Ғәлимов, Илсур Байымов, Сәғиҙулла Байегет, Шәүрә Дилмөхәмәтова.